Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 160.

Асыуҙа ҡайнап сыныҡҡан, Уралда аунап ереккән, Ҡанһыраған арыҫландай Ҡаңғырып йөрөгән ҡартыңмын! Аты юҡҡа — атымын, Яуызға һаман ятымын.

Торор йорто юйылған, Балалары һуйылған, Батырҙары ҡыуылған Ил сәсәне, ҡартымын.

Атҡа менеп сабырҙай Юлдаш эҙләп юлыма, Ҡаяла башаҡ ҡайрашыр Ҡорҙаш эҙләп ҡонома, Ҡаңғырып йөрөгән ҡартыңмын. Айҙар тигән атым бар, Ҡулымдан ҡорал һалмаҫҡа Илгә биргән антым бар!

Салауат тигән исемең Ишетеп беләм ҡолаҡтан, Исемеңде ишетеү — Белеү түгел йөрәктән.

Юлыма тап килгән һуң, Әйтә торған һүҙем бар.

Уралда үҫкән күп батыр, Бары буйын буйлаған, Ат өҫтөндә уйнаған, Ҡаяла башаҡ ҡайраған, Егет булып бары ла Һылыу ҡыҙын һайлаған, — Бары ла үткән, ҡалмаған. Батырын тапҡан ил ҡалған, Батырҙар сапҡан юл ҡалған. Батырҙар сапҡан ил тигән, Хандар сапҡан ҡол тигән.

Йөҙ егерме ауылды Ҡыуҙай үртәп көйҙөргән, Ил өҫтөнә яу ҡыуған, Ил таларға дау һалған, Илде ҡанға йөҙҙөргән, Тәфкиләү ҙә сапҡан, дан тигән. Ат йөҙҙөрөп күҙ йәшкә, Ошаҡ тейәп тиктәҫкә, 161
Закрыть