Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 16.

1805—1807 йылдарҙа рус ғәскәре составында француздар менән тәүгә һуғыша башҡорттар. Уларҙы рус ғәскәренә ярҙамға тип 1805 йылдың декабрендә үк илдең көнбайыш сигенә оҙата­ лар. Улар тигәнем 7000 башҡорттан торған сиреү була. Иғтибар итегеҙ, сағыштырыу өсөн ике һан: пгул уҡ йүнәлешкә ҡалмыҡ­ тан ни бары 600 яугир, Силәбе менән Ырымбурҙан 1000 казак ҡына оҙатыла.

1807 йылдың 10 майы. Был көндө башҡорттарҙан төҙөлгән ике полктың Ырымбурҙан килгән 1-се, 2-се полктар менән бергә генерал-лейтенант Л. Л. Беннигсен армияһы составында тәүге һуғыш сикәнесе ала.

1807 йылдың 4 июне. Шул көндән башлап башҡорттоң тағы ике полкы атаман М. И. Платов корпусы составында һуғыша. Фридлянд ҡыйралышынан һуң, рус армияһы сигенә. Шул саҡта башҡорт ғәскәре уның хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, аръергардта бара.

1807 йылда башҡорт ғәскәрҙәрен илгә ҡайтаралар. Ләкин оҙаҡҡа түгел.

1812 йылда Ватан һуғышы башланыуға 3-сө, 4-се, 5-се полк­ тарҙы үҙ теләктәре менән башҡорттар үҙҙәре төҙөй. Батшаның 8 августағы фарманы буйынса, Ырымбур губернаһында 30 баш­ ҡорт һәм мишәр атлы полктары төҙөлә. Тулайым алғанда иһә, 1812—1813 йылдар эсендә тик башҡорт казачийҙарын һәр береһе 500 һыбайлынан торған 28 полк төҙөлә1. Һәр полктың команда составы 30 кешенән: (береһе башҡорттан, береһе рус­ тан — 2 командир, 1 старшина, 5 яһауыл, 5 йөҙ башы, 5 хорунжа, 1 мулла, 1 писарь, 10 илле башынан) тора. «Башҡорттар йәшәгән һәр кантон йәки өйәҙ өс полк биргән. Мәҫәлән, Ғәйнә (Пермь, Екатеринбург, Красноуфимск) башҡорттары — 20-се полкты, Ялан-Ҡатай (Ҡорған) башҡорттары — 19-сы полкты, Троицк башҡорттары — 18-се полкты, минзәләләр — 3-сөнө һәм 5-сенең бер өлөшөн, Бәләбәй һәм Бөгөлмә башҡорттары 4-се полкты һәм 5-се, 12-се, 20-се полктарҙың бер өлөшөн, Барын-Табын, Тиләү (Верхнеуральск) башҡорттары — 14-се, 15-се полктарҙы, стәрлетамаҡтар — 12-се һәм 13-сө полктарҙы әҙерләй»2. Шулар барыһы ла һуғышҡа оҙатыла. Уларҙы хеҙмәтләндереү (йәғни ҡорал, эйәр-өпсөн, аҙыҡ-түлек, фураж, яралыларҙы тәрбиәләү) 1 Ә.-З. Вәлиди фекеренсә, «1813 йылда Наполеонға ҡаршы һуғыштарҙа рус ғәскәре составында 20 полктан 60 бүлектән (эскадрон) торған башҡорт ғәскәре була (Күрһәтелгән хеҙмәт. — 174-се б.)».

2 Әсфәндиәров Ә. 3. Олатайҙарҙың бар тарихы. — Өфө: Китап, 1996. — 118-се б.

17
Закрыть