Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 159.

һөйләһәм, һүҙ оҙайыр, Тыңлаһаң, һинең тағы ла Ҡолағың шәмдәй төҙәйер; Кем булһа ла булайым, Шуны әйтеп уҙайым: Ил тигәндең кеме юҡ, Кеме юҡ та, ние юҡ: Ҡарты ла бар был илдең, Йәше лә бар был илдең; Туғы ла бар был илдең, Асы ла бар был илдең; «Бир»ҙән бүгәнде белмәгән Бейе лә бар был илдең. Кешенең зарын ағыҙған Йыры ла бар был илдең. Ҡыҙы ла бар был илдең, Наҙы ла бар был илдең; Ҡыҙ алам тип, туҡмалған Таҙы ла бар был илдең.

Күсе лә бар был илдең, Көсө лә бар был илдең, Күсен ситтәр талағас, Үсе лә бар был илдең. Урманы күп, тауы күп, Ере алтын был илдең; Йылғаһы күп, күле күп, Һыуы һалҡын был илдең; Матуры бар был илдең; Йылғаһынан һыулаған, Тупрағында аунаған, Урал буйын буйлаған, Ат өҫтөндә уйнаған, Ҡыҙҙың һылыуын һайлаған, Тыуған ерен һаҡлаған, Ир намыҫын һатмаған Батыры бар был илдең. Илдең ире, тиһеңме, Таланған күстән айырылған Шуларҙың бере, тиһеңме? Туҡмалып таҙ , ҡалған, Ҡаны ағып һаҙ булған, Яуызды күрһә, ҡарйыған, Йөрәгенән матҡыған,
Закрыть