Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 158.

һыуһаған йотом һыу тапмаҫ Дала тигәнең шул икән.

Турһыҡтай бурһыҡ үҫтергән, Ҡарһаҡтың барын буҫтырған, Бутаһын юйған нары ман Ишәктән моңло ҡысҡырған, Бүтән моңо булмаған, һип-һил торған сүл икән.

Ҡаяла талпынған бөркөтөн, Толпарҙа елкенгән егетен Алмаштырған бер бөтөн, Алмаштырған бер бөтөн, — Дөйә өҫтөндә ялпаңлап, Ҡолаҡсыны һәлпәндәп, Ҡаҙаҡ тигән ир икән.

Ҡуш ағасым тигәнең — Киң далала ҡуш ылаш; Ҡаҙағыңды киптергән Киң далала Ҡуш Алаш1 — Ҡуш ағастың ҡуш башы, Тап алаштың ҡашҡаһы — Бер ҡаҙанға ҡуш антын Һалып бергә ҡайнатҡан, Туҡалдай2 кейәү һайлатҡан Абылай солтан хан икән.

Шунан һуң ҡаҙаҡ бейҙәре Байыҡты тоторға эҙләй башлаған. «Илгә айҙар3, йөрәккә хәнйәр булырға итә икән», — тип юҡ итергә уйлағандар. Байыҡ ҡасҡан, кире Уралға ҡайтҡан.

2. Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне Күп һыуҙар аҡҡан, күп йыл үткән. Байыҡ сәсән Айҙар булып, Аҙналы улы Юлай старшина булып дан тотҡан. Берҙән-бер көн Байыҡ мәмерйәнән сығып, Ҡылыс тауҙың башына менеп, уйлап ултырған да Юлайға бармаҡ булып юлға сыҡҡан. Китеп барғанда, һунарға сыҡҡан Салауатҡа тап булған. Иҫәнлек-Һаулыҡ һораш­ ҡан. Салауат үҙен танытып, Байыҡтың кемлеген һорағас, Байыҡ былай тигән, ти: 1 Ҡуш Алаш — Ҡуш (Ике) урҙа.

2 Тукал — йәш көндәш ҡатын.

3 Илгә айҙар — илгә баш, әйҙәүсе.

159
Закрыть