Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 157.

Ҡайыбы бер яуҙа ғәйеп булған. Байназар төпсөгө Танһыҡ менән көн күргән.

Танып менән Ҡайып ғәйеп булған яуҙа Байыҡ та, Юлай ҙа булған. Яуҙан һуң, алай итеп-былай итеп, атаһы Юлайҙы аҡлаған. Байыҡ, морон төртөр ер тапмай, ҡаҙаҡ араһына ыҡлаған. Шунда йөрөгәндә, Байыҡтан ҡаҙаҡ сәсәндәре көлөп, мыҫҡыл итергә уйлап, былай тигән: Истәк1 булдың, бар булдың, Киң далала зар булдың.

Үҙеңә йомаҡ әйтәйем, Тапһаң, улым итәйем, Тапмаһаң, ҡолом итәйем: Көндөҙ ҡуйым көтөрһөң, Кисен йөнөн тетерһең, Йоҡом ҡалды тимәҫһең — Көндөҙ сырым итерһең.

Киң далала ҡуш ағас, Ҡуш ағастың ҡуш башы — Бер ҡаҙанға һыймаҫтай Ҡуш ҡусҡарҙың2 ҡуш башы Бар икән ил ҡашҡаһы3.

Ат башындай ҡаҡ ерҙән Яра төшкән аҡ түгел, Ай менән көндәй икәүһе, Яңғыҙланған таҡ түгел.

Б а й ы ҡ : Киң далам, тип әйткәнең — Иленән ҡасҡан был истәк Маҡтаһын, тип көткәнең — Мин дә күргән ер икән, Һин дә белгән ер икән.

Ағас-таштан тыу булғас, Өҫтөн япҡан нар ҡылған, Сағыл тауҙан ҡыу булғас, Шараҡ ҡыҙҙай һын булғас, Ҡомдан сөйәлдәй тау ҡылған, һум елендәй һөт аҡмаҫ, 1 Истәк — башҡорт.

2 Ҡусҡар — һарыҡ (ҡуй) тәкәһе.

3 Ҡашҡа — батыр.

158
Закрыть