Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 156.

Берен ҡуймай тапатып, Ҙур һарайға яҡынлап, «Наполеон сыҡһын!» — тип Оран һалып барған һуң, Бер ағарҙы, ти, батша, Бер буҙарҙы, ти, батша, Артҡы ишекте астырып, Кәпәсене ҡыҫтырып, Менәренә ат тимәй, Артына ла ҡарамай, Йәшендән ҡасҡан шайтандай Абына-Һөрөнә, тарбандап, Наполеон ҡасты, ти.

Ҡалған яуы дошмандың Ҡылысын ергә һалды, ти, Янаралы, һанаты Икмәк, тоҙон ҡулға алып, Яуҙы ҡаршы алды, ти.

Бар яу менән башҡалар Парижда ҙур һарайҙа, Мәскәүҙә, бар ҡалала.

Уралда — бар далала, Бөтә халыҡ берлектә, Ҡатын-ҡыҙы, балаһы, Ҡарт-ҡороһо — барыһы Йыр сығарып сәсәндәр Еңеү туйын итте, ти.

17. БАЙЫҠ АЙҘАР СӘСӘН 1. Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне Байыҡ Салауаттың атаһы Юлай, уның атаһы Аҙналы менән Әй буйын биләгән Байназар хандың улы булған. Байназар тар­ хандың биш улы булған: өлкәне — Байыҡ, икенсеһе — Танып, өсөнсөһө — Тайып, дүртенсеһе — Ҡайып, бишенсеһе — Танһыҡ. Сәсән телле Байыҡ атаһынан йәшләй айырылған, ил гиҙгән. Үҙ алдына көн иткән Тайыбы Аҙналы тархандың ҡыҙын урлаған да был диярҙа1 тормаған, ҡаҙаҡ араһына тайған. Танып менән 'Был диярҙа — был тирәлә.

157
Закрыть