Сыуаштан да башҡорттан, Алтмыш тоҡом ҙур илдәге Бар тоҡомдан батырҙар Ырғып алға сыҡты, ти: «Беҙ барабыҙ!» — тине, ти. Шулар менән ҡушылып, Аҫылбикә китте, ти. Күҙәтселәр бүленеп, Өс юл менән киткәндә, Ҙур көс туплап Париждан Дошман яуы сыҡҡанда, Урман буйын күҙәтеп, Ҡоршап алып килгәндә, Аңламаҫтан-нитмәҫтән, Күҙәтселәр ҡамалып, Ҡаршы яуын асҡанда, Аҫылбикә дошмандың Күплегене күрҙе лә, Килеп оран һалды, ти, Бөтә яуҙы эйәртеп, Яуға алып барҙы, Ҡаһым түрә ҙур яуҙың Уртаһына ингәндә, Уңлы-Һуллы дошманды Өҙә сабып килгәндә, Дошман яуы, сайҡалып Ярға һуҡҡан тулҡындай, Сайҡалышып ҡасты, ти; Күҙенә ҡан һауҙырып, Үҙ яуыны ҡалдырып Ҡасҡан дошман артынан Ҡаһым алға сапты, ти. Дошман ҡасып, һөрлөгөп, Көлтә-көлтә түшәлгән Юлда үлек ҡалдырып, Крепосҡа һырлығып, Бөтә яуы боҫҡан һуң, Тимер суҡмар ҡулға алып, Ҙур ҡапҡаның йоҙағын Ҡаһым вата һуҡты, ти. Атҡан уҡтай атлығып, Уның арттан ил яуы Баҫмалатып еткән һуң, Ҡаршы килгән дошманды
Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 155.
- Размер файла 9 Мб
- Скачать
- Количество страниц 177

Страницы:
Обложка
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48
49
50
51
52
53
54
55
56
57
58
59
60
61
62
63
64
65
66
67
68
69
70
71
72
73
74
75
76
77
78
79
80
81
82
83
84
85
86
87
88
89
90
91
92
93
94
95
96
97
98
99
100
101
102
103
104
105
106
107
108
109
110
111
112
113
114
115
116
117
118
119
120
121
122
123
124
125
126
127
128
129
130
131
132
133
134
135
136
137
138
139
140
141
142
143
144
145
146
147
148
149
150
151
152
153
154
155
156
157
158
159
160
161
162
163
164
165
166
167
168
169
170
171
172
173
174
175
176