— Ил талаған дошмандың Яуын тар-мар итергә, Үҙ ерендә тулатып, Илем ҡонон алырға, Мәскәү өсөн Парижын Ҡара күмер ҡылырға Ер үбеп, ант иткәнмен!
Яуға киткән сағымда Илемә һүҙ биргәнмен! Ҡындан ҡылыс һурғанда, Асы тирем сыҡҡанда, Аттай дыулап йөрәгем Әсемә һыймай һуҡҡанда, Быума, батшам, ҙур илдең Ҙур диңгеҙҙәй тулҡынын! Баҫма, батшам, ҙур илдең Дөрләп янған ялҡынын! Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ҡотозов та, бар яу ҙа: «Ай, афарин!» — тине, ти; Батша, көлөп, шул ерҙә Ҡаһымға ҡул бирҙе, ти. Аслыҡҡа ла бирешмәй, Һыуыҡҡа ла өшәнмәй, Яуға барған батырҙар Ауырлыҡҡа үкенмәй, Ҡайҙа ғына тап булһа, Атлығып аҡҡан һыуҙан да, Дөрләп янған уттан да, Береһенән дә тайшанмай, Алтмыш телдә телгә алып, «Илем өсөн үләм!» тип, Бары алға барҙы, ти, Яуҙы аямай ҡырҙы, тй.
Үҙ еренә сыҡҡанда, Дошман яуы ҡырылып, Аҙлығыны белгәс тә, Ҡарыулашмай ҡасты, ти.
Үҙ яуҙарын туҡтатып, Ҡор баштары йыйылып, Үҙ-араһы һөйләшеп, «Кемдәр бара?» — тигәндә, Татарҙан да урыҫтан, 155