Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 153.

Булат ҡылыс ялтлатып, Ҡаһым түрә уң яҡтан Дошманға яу асты, ти; Ҡуйға ингән бүреләй, Дошман яуын ҡырҙы, ти. Бер көн, бер төн буйына Ҡанлы һуғыш барғанда, — Ҡаһым түрә уң яҡтан Дошман яуын ҡырғанда, Ут осҡоно осороп, Ҡалҡан сартлап торғанда, Ҡотоз менән икәүһе Дошман яуын уратып Беләҙектәй алғанда, Үңәскә-үңәс килешеп, Ҡаты һуғыш булған һуң. Таң атып, көн ҡалҡҡанда, Ҡыҙыл ҡанға буялып, Ер батҡаҡҡа әйләнеп, Иҫәп-Һанын белмәҫтәй Дошман, үлек ҡалдырып, Артҡа ҡарай сапҡанда, Аҙаҡ, сиктә түҙә алмай, Ҙур ҡалаға ут һалып, Яуы ташлап киткәндә, Биленә һуҡҡан йыландай, Бөгәрләнеп Наполеон Аттан ҡолап төштө, ти.

Яуы артынан тарбандап, Ташбаҡалай ҡасты, ти.

V Йәй, көҙ, арымай, һуғышып, Дошманды һөрлөктөрөп, Ил сигенән жыуған һуң, Батша кәләш, йылмайып, Батырҙарға һоҡланып, Үҙ шатлығын әйткәндә, Ҡаһым менән Ҡотозға Алтын миҙал таҡҡанда, Ҡаһым түрә шул ерҙә Былай тиеп әйтте, ти: 154
Закрыть