Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 152.

Ерҙе уйып аҡтарған, Туптан сыҡҡан янғындар Ҡара һөрөм осороп, Болоттарға олғашҡан Ҡуйы төтөн аҫтында, Ҙур ҡаланан һөрлөккән Батша, һанат, бүтәндәр Йөрәктәре ҡурҡышып, Мир яһарға булышып, Көҙ яҡынлай тиешеп, Ҡотозға һүҙ һалғанда, Ҡотоз батыр тартышып, Батшаға ла һанатҡа һүҙен бирмәй алышып: «Дошман яуы артынан Илдең батыр ирҙәре, Яу эйәртеп күптәре, Ҡуҙғалдылар бары!» — тип, Уға күнмәй торғанда, Меңләгән я / эйәртеп, Юлда туҙан уйнатып, Ҡаһым барып сыҡты, ти, Батша алдына килде, ти, Яуын теҙеп ҡуйҙы, ти. Ҡаһым әйтте, ти, шунда: — Ай оло шаһ, оло шаһ, һеҙгә килдек, оло шаһ!

Бөтә илде шаулатып, Ҙур илемде ынйытҡан, һарайыңды туҙҙырып, Ҙур ҡалама ут төрткән, Илде баҫҡан дошманға Яу сабырға килдем, шаһ! Ҡаһым быны әйткән һуң, Ҡотоз батыр ҡашҡа ла.

Ат өҫтөнән Ҡаһымды Күтәреп үк алды, ти. Ҡыҙарып таң атҡанда, Дошман яуы ҡалҡҡанда, Ҡотоз үҙе — һул яҡтан, Тыуға сөйгән ҡыйғырҙар һоро атын уйнатып, Йылғыр нәжәғәй утындай, 153
Закрыть