Атлы ғәскәр һөжүмгә ташланһа, ул саҡтағы һуғыш тактикаһы буйынса, дошман пехотаһы, офицерҙары һәм байраҡ йөрөтөү селәре менән музыканттарын уртаға алып, тиҙ генә дүрт мөйөш яһап, йәғни каре тәртибенсә, теҙелә һалғандар ҙа мылтыҡтан ут асҡандар. Пехота кареһын кирасирҙар ҙа (регуляр атлы ғәскәр ҙә) тар-мар итә алмаған1. Ана шундай һуғыш тактикаһын яҡшы өйрәнгән дошман пехотаһына ҡаршы һөжүмгә барырға булһа ла, регуляр ғәскәрҙе түгел, башҡорттарҙы ебәргәндәр.
Күп тапҡырҙар ихтилал күтәреүҙәре арҡаһында, башҡорт тарға һалҡын ҡорал етештереү мөмкинлеге биреүсе тимерлек тотоу властар тарафынан ҡаты тыйыла. «Мылтыҡ йәиһә башҡа утлы ҡорал [уларға] бирелмәне, уҡ-һаҙаҡ ҡына рөхсәт ителде. Хәрби кейемдәре хандар заманындағы кейем булды»2, — тип яҙған Әхмәтзәки Вәлиди француздар менән тәүгә ҡылысҡа- ҡылыс килер алдынан ғына башҡорттар үткән яу юлдары тари хына ҡағылып.
Башҡорттар атҡан уҡ 15 сажин аралығындағы, кешене генә түгел, атты ла үтеп сыға алған. Әммә һуғыш ваҡытында яу такти каһын белмәгән башҡорт яугирҙары, француз маршалы Марбо әйтеүенсә, бер рәт булып теҙелмәүҙәре һөҙөмтәһендә, тура ата алмайынса, уғын һауаға сойорғоторға мәжбүр булған. Ундай уҡ дошманға бары үҙ ауырлығы менән генә тәьҫир итә алған. Тимәк, уҡ-һаҙаҡлы башҡорттарҙы йәнле ҡалҡан урынына файҙала ныу — уларҙы Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендәге штрафниктар яҙмышына дусар итеү менән бер булған.
Бер миҫал: «В мемуарах Марбо описано весьма оригинальное, если так можно выразиться, действие [русского] командования под Лейпцигом, которое посылало практически невооруженных башкир в лобовые атаки французской кавалерии, чтобы с их помощью нарушить боевые порядки противника, подкреплялись эти атаки гусарами, чтобы использовать беспорядок, который могли создать башкиры», — тип, француз маршалына һылтанып, яңы заман тарихсыларынан Р. Рәхимов: «Как правило, [русское] командование старалось беречь любую конницу — регулярную, казачью или национальную, но, как видно из этого примера, ценность регулярной кавалерии для начальников была выше, нежели национальной конницы», — тигәйне эске бер әсенеү менән.
1 Рахимов Р. Вооружение, снаряжение и военное искусство башкир в эпоху наполеоновских войн 1807 — 1815 гг. / / Ватандаш. — 2011. — № 4. — С. 32-33.
2 Башҡорттар тарихы. — С. 176.
16