Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 148.

Ужары ҡатып ҡалтырап, Яуҙан ҡасыр булмаған.

Яуға барған ирҙәрҙең Йөрәктәре ҡуш булһа, Ҡорбаш булыр ҡашҡаһы Ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай, Теле майҙай иреткән, Бөтә эште сер тотҡан, Уйлағанда таш йотҡан, һәр сағында, илем, тип, Үҙем тыуған ерем, тип Яу башларҙай ир булһа, Ул яу еңмәҫ яу булмаҫ! Байыҡ быны әйткәндә, Аралағы яуҙарҙың Иң ҡарты ла — олоһо Йәнтүрәнең бисәһе Аҫылбикә, ат менеп, Сабып килеп етте, ти.

«Мин дә яуға барам!» — тип Дәртле һүҙен әйтте, ти.

Ире, тыйып, бисәһен Өгөтләмәк булды, ти: — Ай бисәкәй, ярһыма, Ҡуш йөрәкле булһаң да, Аҫау йылҡынан ҡурҡмай, Маҡтап бейә һауһаң да, Ҡулға һаҙаҡ алырҙай, Ат уйнатып майҙанда, Дошманды таң ҡалдырып, Яуҙа дошман ҡырырҙай, Бабсаҡ ҡоно эҙләгән Күҫәк бейҙәй булырҙай, Яуға батыр түгелһең! Аҫылбикә, ҡарыу итеп: — Ирлек тигән атама — Батырға билдә түгел ул! Оҙон сәсле ҡыҙ булыу — Хурлыҡҡа тамға түгел ул! Алпамышаны ҡойонан Барсын алған түгелме? Нәркәс һылыу көрәштә Яйыҡты йыҡҡан түгелме?

149
Закрыть