Айбалтаһы ҡулында, Нәҙек сираҡ, аҡ һөйәк, Тауыҡ баштай, ваҡ йөрәк, Муйыны нәҙек торналай, Йотҡолоғо сурайған, Оҙон бармаҡ, ас яңаҡ, Арымтал ат күҙендәй, Күҙе торған серәйеп, Ат өҫтөндә, балалай, Ҡуш теҙгенде белмәгән, Йәштән атҡа менмәгән Француз тигән яу булыр. Өлкән-өлкән таш пулат Төҙөп торған ерендә; Батша булып танылған, Ҡашҡа булып һыналған Үҙе тыуған илендә; Ас бүреләй йотоноп, Ил таларға ымһынып, Күҙенә ҡан һауҙырып, Ҡылыс һелтәп, ажғырып, Бар яуына ҡорбашы Наполеон тигән ир булыр. Инде һеҙгә ни әйтәм?
Үҙ белгәнем аңлатам: Батыр еңмәҫ яу булмаҫ, — Таянғаны ил булһа, Яуға сапҡан батырҙың Тотҡан уйы шул булһа. Борон булған батырҙар, — Кеше түгел, дейеүҙе Турап, тауҙар яһаған; Алдына килгән дошмандың һанын һанап тормаған.
Яу ҡайтарыр яуҙарҙың Кәпәсе төрлө булһа ла, Йөрәге сыбар булмаған; Ил халҡыны күргәндә Теле сөсө булһа ла, Яу серене тотмаҫтай, Ауыҙы асыҡ булмаған. Дошман яуын күргәндә Япраҡ һымаҡ елберҙәп, 148