Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 146.

Ылашта ҡорот йәйелеп, Тана-турпы һуйылып, Ит ҡаҡларға эленеп, Көн-төн бейә һауылып, һабаларҙан ҡымыҙҙар Турһыҡтарға ҡойолоп, Айран яҙып, май тасҡап, Бары мәскә һалынды; Күләгәлә йыйылып, Кисен сыра яндырып, Ҡыҙ-ҡырҡындар йырлашып, Яуға китәр ирҙәргә Кейем-Һалым тегелде. Ҡарт-ҡоролар урманда Яусыға уҡ юнышып, Ҡулдан-ҡулға эш алып, Бары халыҡ берлектә Яу ярағын бөткән һуң, Ҙур диңгеҙҙәй тулҡынып, Ырыу-ырыу эркелеп, Батырҙар ат менгән һуң, «Юлығыҙ ҡыҫҡа булһын, Дошмандарҙың уғынан Күкрәгегеҙ һаҡлаһын, — Дошманға яу асҡанда Маңлай тирең аҡҡанда, Уҡ мырҙаны танымаҫ, Дошман уғы тейгән һуң, Ҡан һырҡырап сыҡҡанда Ал урамал булһын», тип Әсәйҙәр еп биргәндә, Яусыларҙың түшенә Теҙеп тәңкә таҡҡанда, Ҡыҙ-ҡырҡындар йырлашып, Ал урамал һуҙғанда, Байыҡ сәсән, хушлашып, Яуға китәр ирҙәргә Былай тиеп әйтте, ти: — Һеҙгә ҡаршы килер яу, Ҡамыш ҡолаҡ, ҡырас ял, Сыпыш ҡойроҡ, типһән һырт, Йүгерек атҡа атланған, Бәшмәк кәпәс башында, 147
Закрыть