Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 145.

Ас йөҙөнән ажарһыҙ, Нурһыҙ һының ҡалтырап, Күҙең йәшкә мансылып, Ҡасҡан бүреләй әлһерәп, һин ҡаңғырып торғанда, Ни һорайым, оло шаһ? Дошман яуын еңгән һуң, Ил ҙур туйын иткәндә, Яу ҡайтарған батырҙар Үҙ бүләген көткәндә, Миңә тигән бүләгең Бергә булыр, оло шаһ! — Тиеп уға әйткән һуң, — Ярай, шулай булыр, — тип, Һүҙ биргән шаһ Байыҡҡа, — Илгә оран һал һин, — тип, Ат биргән шаһ Байыҡҡа, — Губернаторға бар, — тип Хат биргән шаһ Байыҡҡа.

III Төрлө яҡтан: урмандан, Тау буйынан, туғайҙан, Юлда туҙан туҙҙырып, Аттан күбек осороп, Янаралдан — кантонға, Яһауылдан — ауылға Ат ҡушаҡлап сабырҙар. Фарман алып килгәндә: «Ил һаҡларға, яуға!» — тип Илгә оран һалғанда, Бишектәге бала ла Тыбырсынып уянды; Түшәктәге баба ла Ырғып тороп һыҙғанды; Йүгән тауышын ишетеп, Яу аттары уҡранды; Бөтә йәйләү буйында, Һаҙаҡ һуғып, ҡыҙаштар Урал буйын шаңғыртты; Асы эркет ҡайнатып, Эремсектәр эретеп, 146
Закрыть