Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 143.

Илен дошман баҫҡас та, Көнбайышта күк йөҙөн Ҡан шәүләһе алғас та, Урал тауы һелкенеп, Ағастары, ҡош-ҡорто — Бөтәһе лә елкенеп, Илгә оран һалғандай Булып бары тойолдо: «Мәскәү китһә — ил китер, Иҙел китһә — юл бөтөр, Урал китһә — көн бөтөр, Унан беҙгә ни булыр? Алтмыш тоҡом ҙур илең Сит дошманға ҡол булыр», Тип сәсәндәр әйткән һуң, Ҙур диңгеҙҙәй ажғырып, Илдә асыу ҡайнашып, Асыҡ йоҙроҡ төйнәлде.

Ай, оло шаһ, оло шаһ, Күҙ йәше яу ҡайтармаҫ, — Данлы яуың булмаһа; Яуың алғыр булалмаҫ, — Илеңә терәк булмаһа Ил ҡашҡаһы яуында, Ил теләге юлында Алға маяҡ булмаһа, Ҡоштар осоп сыға алмаҫ Ҙур илеңдең ерендә, Алтмыш тоҡом эсендә Типһә тимер өҙөрҙәй Батырҙарың бар ҙаһа! Уралда ат уйнатҡан, Урманында уҡ юнып, Күп яуҙарҙы ҡыйратҡан, Дошман күрһә алдында, Арыҫландай ажғырып, Юлбарыҫтай матҡурып, Ил һаҡлауҙа дан тапҡан Башҡорт халҡың бар ҙаһа! Шул халыҡтың барына Берҙән оран һалһаңсы!

Закрыть