Түрәләрең һөйләгән; Ырмау һалып фарманың Илде һиңә бәйләгән; Йыл саҡырған кәкүктәй, Бар түрәң дә маҡтаған, Мин, мин тигән, мин тигән Ҙур батшабыҙ һин икән! Батша, батша тигәс тә, Илдә ҡашҡа тигәс тә, Ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай, Күҙенә ҡан һауҙырып, Яу килгәндә арыҫландай, Ҙур илебеҙ эсендә Ҡашҡаларҙың ҡашҡаһы, Алтмыш телдә һөйләгән Сәсәңдәрҙең оҫтаһы, Данлы илдең эсендә Ил тоторҙай мырҙаһы, Тиеп уйлап, елкенеп, Нисек тапҡыр итәм, тип, Сал бөркөттәй талпынып Килгән тиле мин икән.
Ай, оло шаһ, оло шаһ, Инде һиңә ни тием, Илдең бүтән теләген һиңә әйтеп торорға һис тә йүнең күрмәйем.
Ай, оло шаһ, оло шаһ, Дошман яуы ил ситен Ялмап алғас ялҡындай, Алтын тәхетең ҡулыңдан Дошман тартып алырҙай Булып күҙеңә сағылғас, Ҡырау һуҡҡан үләндәй, Данлы башың бөгөлөп, Имсәк көткән балалай, Күҙ йәшеңде түгәһең.
Ай, оло шаһ, оло шаһ, Ҙур илеңдең ситендә, Урал тауы ерендә, Башҡорт тигән халҡың бар. Алтмыш тоҡом ҙур илдең Әсәһендәй һанаған 143