Асыуынан дошманға Ҡырау һуҡҡандай тынды, ти Һайрар ҡоштар туҡталып, Түшәктә ятҡан ауырыуҙар Бер ҡуҙғалып ҡуйҙы, ти. Шатырҙарға ҡарашып, Яу аттары уҡранды.
Яу хәбәрен белгән һуң, Бөйөк данлы ҙур илдә Аймаҡ-аймаҡ олғашып, Алтмыш тоҡом ил эсе Үҙ-араһы һөйләшеп, Ярға һыймай ташҡынланған Яҙғы һыуҙай ҡайнашып: «Сит дошманға ил биреү — Намыҫһыҙлыҡ түгелме? Ғазраилға йән биреү Менән берҙәй түгелме?» Тиеп бары уйланы, Ҙур батшаға барырға, Бары илсе һайланы.
II Батша яуын өркөтөп, Дошман алға килгәндә, Ҙур һарайын ҡалдырып, Батша ҡырға сыҡҡанда, Яр буйында аҡланда Яңғыҙ һыҡтап торғанда, Урал буйы башҡорттан: Байыҡ сәсән килде, ти, Яҡын килеп батшаға Текләп ҡарап торҙо, ти. Бөгөлөп сәләм бирҙе, ти, Атым — Байыҡ, тине, ти. Күҙен генә һалды ла, һанға алмай Байыҡты Батша уйға талды, ти.
Байыҡ шунда батшаға Былай тиеп әйтте, ти: — Илгә аҙамат батша, тип, — Илебеҙгә ҡашҡа, тип, 142