Теле майҙай иретер Ҡашҡа булып тыуғандар, Кәпәс төрлө булһа ла, Йөрәге сыбар булмаған, Йөҙө көләс булһа ла, Ауыҙы асыҡ тыумаған, Бөтә эште сер тотоп, Ил серендә иш булған, Уйлағанда таш йотор, Йөрәктәре ҡуш булған, Ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай, Илдә ҡорбаш булырҙай Ирҙәр илдә булғанда, Инде тағы ни тием?
Көләс йөҙлө халыҡтарым Һыҡтап илап торғанда, Сәскә атҡан илемде Ҡанлы көрөн баҫҡанда, Көмөштәй аҡҡан йылғамды Юшҡындай үлем быуғанда, Илен һөйгән ир булһа, Үҙем тыуған ер, тиһә, Шундай батыр ат менмәй, Тынып өйҙә ятырмы?
Мин, мин тигән батырҙар, Түбә сәсен тертәйтмәй, Асыуыны таштырып, Йөрәктәрен һуҡтырмай, Уралында уҡ юнып, Дошманға башаҡ ҡайрамай, Булат ҡылысын һелтәп, Ас арыҫландай баҡырмай, Күҙенә ҡан һауҙырып, Юлбарыҫтай ажғырмай, Дошман яуын күргәндә, Ас бүреләй ташланмай, Тыныс ятҡан ир-аттар Илгә батыр булырмы?
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Урал тауы ҡуҙғалып, Бер ҡалҡынып, бер батып, Сайҡалышып ҡуйҙы, ти. Тыңлап торған халыҡтар ҙа 141