Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 14.

биргән тип уйлайһығыҙ? «Ярар һуң, батша ғәли йәнәптәре. Уртаҡ илебеҙгә хәүеф янағанда, беҙ һиңә ярҙам итербеҙ. Ләкин, һин шуны бел: уртаҡ дошманды еңгәс тә, һиңә ҡаршы көрә­ шебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ!», Киев Русенең бөйөк хакимы, урыҫ­ тың данлыҡлы бөйөк кенәзе Святослав Игоревичты (? — 972) иҫәпкә алмағанда, берҡатлылыҡҡа тиң бындай ҙа эскерһеҙлекте, һәм уртаҡ Ватанға бындай ҙа тоғролоҡто Рәсәй тарихы бүтәнсә белмәй. Святослав кемгә ҡаршы яу менән бара, шуларға: «Иду на вы!» — тип көнэлгәре уларҙы иҫкәртеп ҡуя торған булған. Был иһә — ҡылыс, һөңгө һәм уҡҡа ҡаршы забралоһыҙ, асыҡ йөҙ ҡуйып, барыу менән бер. Башҡорттар ҙа батшаға бына шулай «асыҡ забрало» менән ҡаршы сыҡҡандар.

Тимәк, бабаларыбыҙ намыҫ һәм яугирлыҡ, ҡыйыулыҡ, патрио­ тизм төшөнсәләрен аңлау һәм ғәмәлдә тотоу йәһәтенән тарихта аҡыллы кенәз булараҡ урын алған Святославтан һис кенә лә кәм булмаған, әгәр артыҡ булмаһа.

2. Башҡорттарҙың француздар менән ҡайта-ҡайта ҡылысҡа-ҡылыс килгәне Башҡорт халҡының рустар менән «яуҙа яуҙаш, дандаш»лығы айырыуса Наполеон Бонапарт (1769— 1821) етәкселегендә фран­ цуз баҫҡынсыларына ҡаршы 1812 йылда башланған Беренсе Ватан һуғышында асыҡ сағылыш таба.

Был һуғыш бабаларыбыҙҙың француздар менән яу ҡырында йөҙмә-йөҙ килеп беренсе тапҡыр осрашыуы булмай. Был хаҡта тарих бына ниҙәр бәйән итә. «1756— 1763 йылдарҙа 15 мең кеше­ нән торған 12 башҡорт полкы генерал Апраксин етәкселегендә һуғышта ҡатнашып», урыҫ армияһының алғасҡыһында (авангар­ дында) барып, Берлинға иң алда бәреп инә1. Башҡорттарҙың шулай алда йөрөүе, ғәҙәттә, төрлө баҫмаларҙа тик һоҡланыу менән телгә алына. Наполеон ғәскәре менән 1807— 1815 йылдар һуҙымында барған һуғыштар хаҡында һүҙ алып барыусы автор­ ҙарыбыҙ ҙа шулай итә килде. Батша генералдары, мәҫәлән, Беренсе Ватан һуғышы дәүерендә башҡорттарҙы махсус рәүештә тере ҡалҡан итеп файҙаланған: һөжүм ваҡытында кемдәр аван­ гардта, тиһәң — башҡорт атлылары, бөтә ғәскәр сигенгәндә, кемдәр арьергадта, тиһәң — йәнә башҡорттар булған. Ҡәлғәләрҙе блокадалау, төнгө һөжүм тиһәң, тағы ла шул әрһеҙ башҡорттар файҙаланыла.

1 Вәлиди Ә. Башҡорттар тарихы / Төрөксәнән Әмир Юлдашбаев тәрж. — Өфө: Китап, 175 — 176-сы бб.

15
Закрыть