Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 139.

Ҡотоз батыр1 һыҙғанып, Батшаға ла һанатҡа Мир яһарға күнмәйсә, Һүҙен бирмәй алышып, Дошман яуы артынан, Яуын туплап ташланып, Яу башларға һыҙғанып, Илдең батыр ирҙәре, Яу эйәртеп артынан Атҡа менеп сыҡҡанда; Ил дошманы яуызға — Намыҫланып асыуҙан, Бишектәге бала ла Тыбырсынып этҡанда; Илем, ерем тигәнгә, Илен һөйгән батырға Инде тағы ни тием, әү, Инде тағы ни тием? Борон-борон, боронда, Ил туплаған осорҙа, Илде яҡлап дошмандан Яуға сапҡан сағында, Кеше түгел, дейеүҙе «Турап тауҙар яһаған, Алдына килгән дошмандың Һанын һанап тормаған, Урал, Сура батырҙан, Иҙеүкәй, Мораҙым, Бабсаҡтан Көсөк батыр, Мәргәндән, Ҡараһаҡал, Батырша, Салауаттай2 батырҙан Тыуған батыр улдарға Инде тағы ни тием, әү, Инде тағы ни тием?

Ат уйнатҡан Уралда, Ҙур дан тотҡан майҙанда, Йыланды өңдән арбарҙай, Теле сөсө булғандар, 1 Ҡотоз батыр — Кутузов.

2 Урал, Сура батырҙар, Иҙеүкәй, Мораҙым, Бабсаҡ, Көсөк батыр, Мәр­ гән, Ҡараһаҡал, Батырша, Салауат — эпик ҡомартҡы, һуңғы бишәүһе — ихтилал етәкселәре лә.

Закрыть