Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 138.

Күҙе һис йәш түкмәйсә, Алтынланған һарайҙа, Александр мин, тиеп, Миңә һис юҡ тиң, тиеп, Күкрәк һуғып торғанда, Наполеон яу менән Илгә баҫып инде, ти; Өскә бүлеп ил яуын, Ил үҙәге Мәскәүгә Дошман ҡулын һуҙҙы, ти; Ҙур ҡаланың халҡы ла, Алтын һарай эсе лә, Һанаттар ҙа, батша ла Аптырауҙа ҡалды, ти. Албаҫтылай, ил ситен Дошман ҡаплап килгәндә, Дошман яуы ил өҫтөн Уттай ялмап алғанда, Инде һеҙгә ни тием, Ил тулҡынып торғанда? Мәскәү китһә — ил китер, Илһеҙ бала кем булыр? Иҙел китһә — юл бөтөр, Етек юлда кем йөрөр? Урал китһә — көн бөтөр, Ҡара төндә ни булыр? Алтмыш тоҡом ҙур илең Сит дошманға ҡол булыр. Инде һеҙгә ни тием, Барын күреп торғанда, Ил халҡыны ынйытып, Балаларын ҡурҡытып, Ҡатын-ҡыҙын хур итеп, Дошман талап ятҡанда; Ер һелкетеп, шартлатып, Ерҙе уйып, аҡтарып, Туптан сыҡҡан янғындар, Ҡара һөрөм осороп, Болоттарға олғашҡан Ҡуйы төтөн аҫтында, Йорт-еренән һөрөлөп, Халҡым ҡорҙай туҙғанда; 139
Закрыть