ҡыҙҙар йырлашып — еләккә, килендәр сулпыларын сылтыратып, күнәктәрен уйнатып һыуға барғанда, буҙ егеттәр йүгән, ҡороҡ тотоп, йылҡы ҡайтыуын көткәндә, бала-саға уйнап сыр-сыу кил гәндә, эшсәндәр урман шаулатып ағас ҡырҡҡанда, туғай, урман дарҙа ҡоштар һайрап моң бөрккәндә, Байыҡ сәсән Ҡарауыл тауына менеп, ҡурай алып, «Сыңрау торна» көйөн уйнап ебәр гәс, бар тауыш, шау-шыу, һыу һипкәндәй һүнеп, тын булды, ти.
Байыҡ ҡурай уйнап туҡтағас, халыҡ, шәмдәй булып, ни әйтер, тип көтөп тора ине, ти. Байыҡ шунда ҡая башына менде лә ошо һүҙҙәрҙе әйтте, ти: Ай, Уралым буйында Ҡурайым оран булһынсы!
«Сыңрау торна» көйөнөң Шомон халыҡ белһенсе!
Борон-борон, борондан, Ҡытай-чиндән — Албанға, Ҡара диңгеҙ буйынан — Боҙ диңгеҙгә һуҙылған; Ер йөҙөндә илдәрҙең Иң ҙуры тип һаналған, Урманында, далала, Ил халҡыны әсәләй, Йылғалары һуғарған, Ҙур, данлыҡлы илем бар.
Бөтә моңға мансылған, Алтын, көмөш тупраҡлы; Урман менән ҡапланған Урал тигән ерем бар.
Ҙур илемдең үҙәге — Мәскәү тигән ҡалала, Олатанан, бабанан Мираҫындай бейлекте, Һанға алмай күплекте, Һанат, байҙан бүтәнде Таяныс тип белмәгән, Ил халҡыны кәмһетеп, Ҡуй-Һарыҡтай һанаған, Ҙур илдә мин — ҡашҡа1, тип Илдә тиңһеҙ батша, тип, һис тә хурлыҡ күрмәйсә, 1 Ҡашҡа — батыр.
138