Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 136.

Ялғап үҙе үҙәге менән Бәйләп ҡуйҙым билбау менән.

Француздың сәсенән алып, Хәнйәремде ҡындан алып, Башын һындан айырып алып, Ботаҡҡа аҫып ҡуйҙым, Шунда гонаһым юйҙым.

Өйҙөрәктең ағасҡайын Ғәфү ҡылғыл, ағасҡайым!

Яраларың төҙәлер ул, Йөрәк уты уңалыр ул, Йәлләмәгеҙ дошманды.

Юлбаҫарға ни кәрәк — Килмешәккә шул кәрәк!

Кәрәгеңде алдыңмы, Башһыҙ кәүҙә ҡалдыңмы?

15. Рәсәй ғәскәрҙәре бәйете Тарих мең дә һигеҙ йөҙ ҙә Ун икенсе сәнәдә Наполеондың ғәскәре Яу башланы Рәсәйгә.

Француздың илдәре, Түңәрәк икән күлдәре.

Ең эсенә мылтыҡ алып Үҙе керә элгәре.

Француздың аттары Теҙем ерҙә тулайҙыр, Әрәсәйҙең казактары Французды турайҙыр.

Француздың аттары Ебәк менән тышаулы, Әрәсәйҙең һалдаттары Әфисәргә оҡшаулы.

ҠОБАЙЫРҘАР 16. Ватан һуғышы I Йылҡы көтөүселәре һайт-һайтлап йылҡыларҙы һыулауға, һы­ йыр көтөүселәре һәш-һәүкәшләп һыйырҙарын үрешкә ҡыуғанда, 137
Закрыть