Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 135.

Башҡорт башҡортҡа баҡты, Ырыуға оран осто, Илгә фарман таралды, Уҡ-ян билгә аҫылды, Ҡылыс-хәнйәр ҡайралды. Сәфәр сыҡтыҡ бергәләп, Эркелешеп, меңәрләп, Яу яланы киң икән, Майҙан тулы ҡан икән.

Алыш саҡта(р) күл булды, Донъя үлеккә тулды.

Ҡурҡып, ҡойолоп ҡалманым, Дошманды боғаҙланым. Күргәндәрҙе һанап булмай, Баштан ашҡан, тоҡҡа һыймай, Һөйләйем бер әңгәмә, Ныҡ һеңгән йөрәгемә: Һуғыш ҡыҙған заман ине, Балут ауылы утта ине.

Ерәнес француз ағаслыҡтан, Ҡара ҡыпсаҡ Ғариф дуҫты Ҡибла яҡтан атып йыҡты. Француз яуыз ҡарай башта, Төп-төҙ туры бер ағастан Уҡ-Һаҙағым шунда борам, Төҙләп кенә бер тондорам. Теймәне бит, яҙа һыҙҙы, Ыңғырашып ботаҡ һынды. Ирен ҡымтып ҡабат атам, Дошманымды мин ҡолатам. Алыш бер аҙ һилгә ҡалғас, Өҙөк хәлгә хәл ялғанғас, Ашыҡтым мин ағасыма, Яҙа киткән төҙ уғыма.

Дошман ята йән бирә алмай, Мылтығына үрелә алмай.

Миңә ымлай: һыу бирең, ти, Ҡабат былай йөрөмәм, ти.

Рус ерен тапап ингән, Саф ағастың башына менгән. Ғәзиз йәнгә әжәл сәсә, Йәлләтергә бит маташа, Һынған ағас ботағынан, Һут аға бит бахырымдан.

Закрыть