Кутуз батша, һөйләп бөткәс, торҙо ла, Ауыр баҫып, тәҙрә ҡырына барҙы ла, Назүрә1 илә ҙур киңлеккә ҡараны, Ғәскәрендәге тәртипте барланы. Шунан беҙгә ҙур уңыштар теләне, Хаиндарҙан2 һаҡ булырға өндәне.
14. Ағас бәйете Мең һигеҙ йөҙ ун ике ине, Донъя күрке беҙҙеке ине.
Төнө буйы ат көттөк, Өйҙөрәк3 буйын бер иттек. Бесән әүенгә һалған, Тәбиғәт нәүемгә талған, Төн уртаһы саҡ ине, Күк йөҙкәйе пак ине.
Әммә төн һандуғасы Йыр-моң сәсте туйғансы; Кинәт булды ҙур тынлыҡ, Илаһи был ни шомлоҡ?
Баш эйгән һәммә нәбат4, Ҡоштар йырламай ҡабат. Асман5 табан бән6 баҡһам: Мәшриҡҡә мәғриб7 яҡтан Ҡандай ҡыҙыл юл ятҡан... Йәнем хозуры осто китте, Күңелем ҙур ҡаза көттө. Тирмәләргә беҙ ҡайтһаҡ, Халыҡ аяҡҡа баҫҡан.
Ул арала таң атты, Илгә сапҡынсы ҡайтты: Ярҙам һорап башҡорттан, Аҡ батша хәбәр һалған, Тәкәбберләнеп, француз Илебеҙгә уҡталған.
1 Назүрә (ғ.) — күҙәтеү торбаһы.
2 Хаин (ғ.) — һатлыҡ йән.
3 Өйҙөрәк — йылға.
4 Нәбат (ғ.) — үҫемлек.
5 Асман (ғ.) — күк (һауа йөҙө).
6 Бән — мин.
7 Мәшриҡ, мәғриб (ғ.) —көнсығыш, көнбайыш.
135