13. Кутуз бәйете Оло алыш тынып торған бер мәл ине, Арыҫлан ирҙәр салҡан ятып хәл ала ине.
Ул сағында һүҙ артынан һүҙ ялғанған, Сәрдәр1 Ҡаһым Кутуз батшаны маҡтаған. Тыңлаусылар кинәт кенә тора һалып, Һөйләп биреүен һорағандар, уратып алып; Ҡаһым батыр ялындырып булашмаған, Тамаҡ ҡырып, яйлап ҡына һүҙ башлаған: — Беҙҙең ғәскәр ир-егетлек күп эшләгәс, Мәхшәр2 саҡта ҡурҡыуҙарға һис төшмәгәс, Кутуз батша башҡорттарҙы ныҡ яратты, Тапшырырға хәрби бүләк ул саҡыртты. Барҙыҡ унда, һүҙ күп булды, ҡурҡыныс саҡ, Йәшермәйем, бәхәстәр ҙә булғандыр саҡ. Көллөһөн дә һөйләп булмаҫ бәйнә-бәйнә, Ваҡыт барҙа әңгәмәләр булыр йәнә.
Был юлы мин төшөндөрәм бер өлөшөн, Яу алдынан күрелгән бер Кутуз төшөн: Бейек тауҙың ҡаяһында бөркөт булған, Яуыз йылан бер ояға бит уҡталған; Бер сабыйҙы һә тигәнсе йотоп ҡуйған, Ҡарап тора, әйтерһең дә, ашап туйған. Бүрәнәләй йылан көсөнә сыҙаша алмай, Ҡорбандарға ташланырға тағы самалай. Ғорур бөркөт шул саҡ ғәйрәт, асыу илә Бәдбәхет йәндең өҫтөнә осоп килә.
Китә бәрелеш, бөркөт йыланға ташлана, Кем уҙарҙан көрәш вә тартыш башлана. Йылан һаман бөркөт ояһына яҡынлай, Кесе (к) йәндәрҙе ашауҙан һис тартынмай. Оса икән бер ҡарсыға был тирәнән, Ошо хәлде күреп ҡалған бит кинәттән. Икеһе бергә — ҡарсыға бөркөт илә, һөжүм ҡылғандар яуызға ғәйрәт илә. Теткәндәр бергә йыландың тетмәһен, Ырғытҡандар үҙ өңөнә, бүтән кермәһен.
1 Сәрдәр (ғ.) — ғәскәр башлығы.
2 Мәхшәр (ғ.) — ҡиәмәт, ҡиәмәт көнөндә терелгән кешеләр болаһы, шау-шыуы.
134