Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 132.

Атманым был хәшәрәткә, Юлыҡтырҙым бер хикмәткә: һырт ҡайышын телеп алдым, Арҡаһына тамға һалдым.

Ебәрҙем шул үҙ яғына, һөйләһен тип дуҫтарына.

12. Француз бәйете Көн буйын (с) а көрәш барҙы ҙур аҡланда, Иген-сиген күрә алмаҫһың, ныҡ баҡһаң да. Кеше белән хайуан ҡаны аралашты, Ер һеңдереп өлгөрә алмай, өҫтән ташты. Ярһыу ирҙәр ҡурҡыу күҙен күрмәнеләр, Аяҡ-ҡулдың өҙөлгәнен белмәнеләр.

Йә, Илаһи, ҡарап тороп ни эшләйһең, Затлы халҡың ҡырыла бит, ник белмәйһең? Мыҡты ирҙәр ҡанһыратып ауып бөттө, Ҡаты елдәр ҡан еҫтәрен алып китте.

Ике яҡлап йыһан иңләп ғәскәр килә, Бәрелешәләр, төкөшәләр маңлай илә.

Белер хәл юҡ еңеүселәр бармы икән, Вәхшилектәр ҡылмаһалар, ер тармы икән? Мөртәд1 француз ер талауға ылыҡҡандыр, Беҙҙең дуҫтар әсирлеккә юлыҡҡандыр. Керһеҙ йәндәр нәүхә2 ҡылып, һыҡранып, Дау ҡуптарған ҡара эҫтәрҙе ҡарғағандыр. Гонаһ ҡылған ҡатилдәргә3 форсат юҡтыр, Йыртҡыстарға ут һибәбеҙ, беҙ — ғазраилдыр. Уҡ етмәҫлек мөхрибтәргә4 юҡ ҡотолоу, Ҡылыс илә үҙ ҡанына тонсоҡтороу.

Ыласын ирҙәр хас дошманды онотмаҫтар, Һепереп түкмәй изге ерҙән вә ҡайтмаҫтар, Ҡәлғәләрен вата-емерә өңөнә етеп, Француздарҙы пәймәнлеккә5 сәбәп иттек.

Мөртәд (к) — үҙ диненән яҙған, башҡа дингә күскән. Нәүхә (ғ.) — аҡырып илау.

Ҡатил (ғ.) — үлтереүсе.

Мөхриб (ғ.) — зарар килтереүсе, һәләк итеүсе. Пәймәнлек (ғ.) — килешеү.

Закрыть