Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 131.

Француздың илдәре, түңәрәк тиҙәр күлдәре, Француздарҙы ҡыуған саҡта үттек беҙ күп илдәрҙе. Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Наполеонды күрҙек беҙ, Французды еңгәндә, ер емереп йөрөнөк беҙ, Французды ҡыуҙыҡ беҙ, үҙ иленә һөрҙөк беҙ, Француздарҙы ҡыуғанда күп һыуҙарҙы йөҙҙөк беҙ. Наполеондың эшләпәһе ҡанға тапланған ине, Беҙ һуғыштан ҡайтҡанда, илдәр шатланған ине.

Был бәйетте яҙған саҡта, ҡәләмдәр ҡамыш ине, Өйгә керһәң, тышҡа сыҡһаң, шатлыҡлы тауыш ине.

11. Француз яуы бәйете Аҡ батшанан килде хәбәр, Оло башҡорт йортона ҡәҙәр.

Оран алды бар ырыуҙар, Йыйылдылар рәт-рәт улдар. Аҡһаҡалдар уҡыны фарман1: Илде баҫҡан яуыз ялман2.

Сур3 тауышы күкте алды, Бөтә ғәскәр тиҙ ҡуҙғалды.

Барып еттек беҙ йәһәттән, Ҡотолоу кәрәк ғабдиәттән.

Беҙ тотондоҡ газа эшкә4, Уҡ һаламын мин керешкә.

Илде утҡа тотоп килгән, Сысҡан йылын5 һайлап килгән, Барса йәнде ҡырған, иҙгән Минең алда француз икән.

Аждаһалай күҙ аҡайған, Шүрәлеләй ҡул шалшайған, Мәсекәйҙәй күҙе утгай, Бисуралай быуыны шыртлай.

1 Фарман (ғ.) — бойороҡ.

2 Ялман — сысҡандың бер төрө: ҡойроғо һәм артҡы ослоҡтары оҙон була, һикерәнләп хәрәкәт итә.

3 Сур тауышы — борғо.

4 Газа эш — изге эш мәғәнәһендә.

5 Сыскан йылы — элек башҡорттар, башҡа төрки-монгол халыҡтары кеүек үк, йыл иҫәбен ун ике йәнлек (сысҡан, сусҡа, эт, тауыҡ, маймыл, ҡуй, йылҡы, йылан, лу (ылыу) ҡуян, барс, һыйыр) исемен йөрөткән боронғо календарь буйынса алып барғандар.

132
Закрыть