Хәлгенәйем минең бигүк ауыр, вай кем, Ҡәберемде бөгөн ҡаҙығыҙ.
Башҡынама минең таш ултыртып, вай кем, Исемемде шуға яҙығыҙ.
Ҡаһым түрә менгән Сырюрға ла, вай кем, һелкеп-һелкеп килә баштарын.
Ун ете лә йәшәр Сафия һылыу, вай кем, Илай-илай тарай ҙа сәстәрен.
Көмөш кенә кеүек, ай, еҙ ҡылыс, вай кем, Ҡаһым түрә бәйләгән биленә.
Сәмәрҡәндтән килгән Сафия һылыу, вай кем, Кире ҡайтыр микән иленә.
БӘЙЕТТӘР 10. Рус-француз һуғышы бәйете Бисмилла әйтеп башланым был бәйеттең баштарын, Француз яу һуғышып, күпте күрҙе баштарым.
Мендем тауҙың башына, атым яҙҙым ташына, Был француз аҙған икән үҙенең ғәзиз башына. Француздар килеп кергән Мәскәү тигән ҡалаға, Беҙҙең ғәскәр килгәстән, улар ҡасты далаға.
Армияны йыйҙырып һайлап-һайлап алдылар, Беҙ һуғышҡа кергәндә, ҡыуанышып ҡалдылар. Урамдарын тултырһа ла француздар Мәскәүҙең, Ун ике типтәр бөтөрҙө француздың ғәскәрен.
Дүрт-биш керҙек һуғышҡа, ҡандар билдән аҡтылар, Һуғыштарҙы бөтөргәс, беҙгә миҙал таҡтылар.
Тәрән һыуҙың эсендә оҙон-оҙон ҡамышы, Ун ике батша эсендә бер француз тауышы.
Наполеонға тәхет кәрәк, үҙ еренә һыймаған.
Беҙ Мәскәүгә кергәстен, ул да үҙен һынаған. Француздар, бында кергәс, танынылар үҙҙәрен, Уңда — башҡорт, һулда — типтәр, табалмайҙар эҙҙәрен. Француздың күпере, тимер икән селтәре, Башҡорт, типтәр тыуған икән француздан элгәре... Француздарҙың аттары ҡырын ерҙә тулайҙыр, Башҡорт менән типтәрҙәр французды турайҙыр. Башҡорт, типтәр уҡтары, тура бара күптәре, Беҙ һуғышта күргәндәр әле бында бөтмәне.
131