Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 13.

эҙҙәр кибер-кипмәҫтән үк, башҡорттар был бурыстарын әүҙем үтәргә тотона. Балтик диңгеҙенә сығырға маташып, 1558—1583 йылдарҙа Рәсәй немецтың Ливон орденына, Швецияға, Поль- шаға, Литваға ҡаршы оҙайлы һәм ауыр һуғыш алып бара. Тарихҡа ул һуғыш Ливон һуғышы тип теркәлгән. Бына шунан алып Рәсәй ҡасан, ҡайһы тарафта һуғыш алып бара, договорға һәм патриотлыҡ тойғоһона тоғро башҡорттар теләһә ниндәй шарттарҙа ла шул яуҙарҙың береһенән дә ҡалмай. Улай ғына ла түгел, батырлыҡ өлгөһө күрһәтеп, гел алғасҡыла (авангардта) бара. Һәр хәлдә, Беренсе Ватан һуғышы ваҡытында Рус ғәскәр­ ҙәренең Баш командующийы, башҡорттар, үҙ күреп, Ҡотдос батыр тип атаған фельдмаршал Михаил Кутузов (1745—1813) беҙҙең яугир бабаларыбыҙҙы: «Любезные, вы мои башкирцы, молодцы!» — тип бушҡа ғына маҡтамағандыр. Шул яу ваҡытын­ да Герман еренә барып ингәс, Веймар ҡалаһында немецтың бөйөк шағиры Иоганн Вольфганг Гетеның (1749—1832) рус ғәс­ кәре сардәрҙәренән тик башҡорт полководецын ғына (кем белә, бәлки, ул Ҡаһым түрә йә Йәнтүрә, йә Абдрахман батыр, йә риүәйәт буйынса, шул һуғышта полковник дәрәжәһенә еткән Мөхәмәтҡолой Көсөков булғандыр) ҡабул итеүе лә, Парижға барып ингәс, «Еңеүселәр парады»нда башҡорт казактарының беренсе коробкала үтеүе лә, Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендә, совет ҡораллы көстәренең бер генә соединениеһында ла бул- мағанса, барлыҡ илдәге Советтар Союзы Геройҙарының 78-ен, Дан орденының тулы кавалерҙарының 5-һен, Чернигов исемен­ дәге, Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжәле Суворов, II дәрәжәле Кутузов орденлы 16-сы Башҡорт атлы гвардия дивизияһы бер үҙе бирә. Был да осраҡлы түгелдер.

Батша менән мөнәсәбәт үтә лә сетерекле төҫ алғанда ла, башҡорттар ата-бабаларының Рәсәйгә тоғролоҡҡа ант биреүен онотмаған, Оло Ватанға һөйөү тойғоһона хыянат килтермәгән. Хатта властар, караттар ебәреп, башҡорттоң һәр ихтилалын ҡанға батырып аяуһыҙ баҫтырып, унда ҡатнашыусыларҙың тереләрен гитлерсы фашистар көнләшмәле ысулдар менән ҡаты язаларға дусар иттереүҙәренә, меңәр-меңәр ауылдарҙы үртәүҙә- ренә ҡарамаҫтан, ҡан көҫәп, үс алмағандар. Быға миҫал итеп бер тарихи риүәйәтте иҫкә төшөрөү ҙә етер ине (уны миңә 1995 йылда, тарихсы Әбүбәкер Усмановтан ишеткәнем буйынса, тип, фольклор һәм әҙәбиәт белгесе Нур Зарипов бәйән иткәйне), Рәсәй батшалығының сираттағы Ҡырым кампанияһы башҡорт­ тарҙың нәүбәттәге ихтилалы ваҡытында башланып китә. Ғәҙә­ тенсә, батша йәнә башҡорттарға мөрәжәғәт итә: башҡорттарым, ярҙамға килегеҙ, ти, була, йәнәһе. Башҡорттары нимә тип яуап 14
Закрыть