Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 129.

2 Ап-паҡҡай ҙа ап-паҡ, ай, күренә, вай кем, Кереп баҫһам, эсе быу кеүек.

Үткән генә ғүмерем — юҡ билгеһе, вай кем, Ергә генә һеңгән һыу кеүек.

Башҡынайым минең бик ауырый, вай кем, Һиңкелдәтмә минең көймәмде.

Эскенәйем тулып бара, вай кем, Ысҡындырың көмөш төймәмде.

Беҙҙең генә баҫыу мижаһы, вай кем, Таҡыя башлы ғына шул ҡурай.

Егерме лә йәштә Ҡаһым түрә, вай кем, Командаһын көн дә биш урай.

Анау ғына күлдә берәү сума, вай кем, Аҡ сабаҡҡай кеүек ялтырап.

Ҡаһым түрә яуап алған саҡта, вай кем, Дошман майор тора ҡалтырап (Француз майор тора ҡалтырап).

Инәкәйем күлдәк текмәһен, вай кем, Итәккәйен әҙепләп текмәһен.

Француз яуын ҡаты, тиҙәр, вай кем, Инәкәйем мине көтмәһен.

Биш йөҙ генә йылҡы күбүк йылҡы, вай кем, Айырым башҡа торған Сырюрға.

Үлмәҫ кенә өсөн тыуғаным юҡ, вай кем, Хәсрәткәйем ҡалды күп йылға.

Ҡаһым түрә нисә йәшендә, вай кем, Йәшел ҡамсат бүрке башында.

Ҡаһым түрә вафат булған ере, вай кем, Владимир губерна ҡашында.

Ҡаһым түрә менгән Сырюрға ла, вай кем, Бөҙрә ташлап уйнай муйынды.

Ҡаһым түрә вафат булғандан һуң, вай кем, Рус майор уйната уйынды.

130
Закрыть