Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 128.

Аҡ балыҡтай уйнай һор юрғаһы, вай кем, Көмөшлө эйәр күренә ялтырап.

Ҡаһым түрә яуап алған саҡта, вай кем, Дошман майор тора ҡалтырап (Француз майор тора ҡалтырап).

Беҙҙең генә баҫыуҙың мижаһы, вай кем, Таҡыя ғына башлы сел ҡурай.

Командир ҙа булған Ҡаһым түрә, вай кем, Командаһын көн дә биш урай.

Ҡаһым түрә уйынға сығыр ине, вай кем, Полковой командир ҡашында.

Ҡаһым түрә вафат булып ҡалды, вай кем, Владимир губерна башында.

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаҡай, вай кем, Тояҡтары ҡупҡан, баҫа алмай.

Биш йөҙ кеше ҡарап, өнһөҙ ҡалған, вай кем, Ҡайғырышып, ҡәбер ҡаҙалмай.

Ыласын, бөркөт үҫкән, ай, Уралда, вай кем, Сал бөркөттәй һайлам ир ине.

Яуға ҡаршы сапҡан мәлдәрендә, вай кем, Тау-таш ярыр йылдам ир ине.

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның, вай кем... Бәкәлдәре уның аҡ ине.

Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай кем, Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине.

Ҡаһым түрә менгән һор юрғаҡай, вай кем, Түбән эйеп тора башҡайын.

Ун ете лә йәшлек Сафия һылыу, вай кем, Түгер инде күҙенең йәшкәйен.

Башҡынайым минең бик ауырта, вай кем, Сәңгелдәтмәй барсы көймәмде.

Эскенәйем минең тулы һағыш, вай кем, Ысҡындырсы көмөш төймәмде.

Көмөш кенә һаплы булат ҡылыс, вай кем, Ҡаһым түрә аҫҡан биленә.

Булат ҡына ҡылысын төҫө итеп, вай кем, Алып ҡайт айыҡсы иленә.

129
Закрыть