Французҡайҙарҙың, ай, күпере Тимер рәшәткә менән бөгөлгән. Француздарҙың мең ғәскәрен Ун ике башҡорт бөтөргән.
Французҡайҙарҙың ныҡ ҡапҡаһы. Ҡапҡа өҫтөндә атҡыс машинаһы. Батыр башҡорттарҙы килә тигәс, Баш һалды бит уның батшаһы.
Атлы ғәскәр сыға күперҙән — Сығыр еркәйҙәре һүтелгән. Француздарҙың, ай, яуҙарын Ҡотдос ғәскәрҙәре бөтөргән.
7. Любизар Беҙ һуғышҡа ингәндә, Бәхилләштек барыбыҙ.
Беҙ һуғыштан сыҡҡанда, Алдан сыҡты даныбыҙ. Любезники, любизар, Маладис, маладис! Француздар килеп ингән Мәскәү тигән ҡалаға.
Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас, Сығып ҡасты далаға. Любезники, любизар, Маладис, маладис! Наполеонға тәхет кәрәк, Үҙ еренә һыймаған. Мәскәүҙәргә килеп ингәс, Ул да үҙен һынаған.
Любезники, любизар, Маладис, маладис! Француздар танынылар Әрәсәйҙә үҙҙәрен.
Рус, башҡорт ҡыҫмаҡлағас, Таба алмайҙар эҙҙәрен. Любезники, любизар, Маладис, маладис! Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ.
127