Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 125.

Дошмандарҙы сыр-сыу атыу өсөн, Буҙ толпарҙай һайлап ат мендек, Һай, илкәйем, Йәмле еркәйем.

Яукайҙарға китеп, ант итәбеҙ: Намыҫыбыҙ яуҙа һаҡларбыҙ, Һай, илкәйем, Тыуған еркәйем.

Батырҙарҙан ҡалған йолаларҙы Ҡанлы яуҙа беҙ ҙә аҡларбыҙ, Һай, илкәйем, Тыуған еркәйем.

Б и с ә - с ә с ә : Атҡайҙарға менеп яу китәһеҙ, Аҡлағыҙ һеҙ биргән антығыҙ, Һай, илкәйем, Илкәйемдең батыр иркәйе.

Яуыз дошмандарҙы сыр-сыулатып, Шат көлөшөп еңеп ҡайтығыҙ, Һай, иркәйем, Һағынып торор һине илкәйең. Ҡош юлдары ҡалҡһа күк йөҙөндә, Кейек ҡоштар осор төньяҡтан, Һай, илкәйем, Батырҙарын көтәр шул саҡта. Ҡоштар үтһә, һеҙҙән беҙ көтөрбөҙ, Сәләм килә тип үк йыраҡтан, Һай, иркәйем, Хатың уҡыр инем шул саҡта...

6. Әхмәт Байыҡ Французҡайҙарҙың, ай, ерҙәре, Түңәрәк, түңәрәк булыр күлдәре. Яҡшы атҡа менеп, һөңгө тотоп, Батыр башҡорт сығыр элгәре.

Французҡайҙарҙың күп полктары, Ниңә атылмай икән туптары. Ниңә атылһын уның туптары, Белин1 төшкән балкауниктары.

1 Белин — плен, әсир.

126
Закрыть