Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 124.

5. Икенсе әрме 1 Ә б е й ҙ ә р : Әрмеләргә китә, ай, башығыҙ, Буҙ балалар, инде хушығыҙ. Йылдарығыҙ айҙай тиҙ үк үтеп, Иҫән йөрөп ҡайтһын башығыҙ.

Ҡ ы ҙ ҙ а р : Атҡайҙарға менеп, беҙҙе ташлап, Урал ашып яуға китәрһеҙ, Һай, йәнкәйем, Ҡалдырып та нәҙек билкәйең, Киткән юлығыҙға ҡарай-ҡарай, Күҙкәйҙәрҙе талдырып көтөрбөҙ, һай, йәнкәйем, Онотмағыҙ нәҙекәй билкәйең. Яуҡайҙарҙа сабып тирләгәндә, Шыбаҡшыған тирең һөртөрһөҙ, һай, йәнкәйем, Хәтерләрһеҙ нәҙекәй билкәйең. Биргән урамалды ҡомартҡы итеп Ҡалтағыҙҙа бергә тотарһыҙ, Һай, йәнкәйем, Хәтерләрһеҙ нәҙек билкәйең. Урал армыттарын семәрләгән Нағышлы ла янсыҡ бирәбеҙ, Һай, йәнкәйем, Еҫкәгәндә аңҡыр илкәйең.

Ил намыҫы бергә шул янсыҡта Йөрәгебеҙгә торһон тиәбеҙ, һай, йәнкәйем, Айбарығыҙҙы көтә илкәйем.

Егеттәр: Ата-бабаларҙың ҡанын һулап, Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юндыҡ, һай, илкәйем, Йәмле еркәйем.

125
Закрыть