Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 123.

3. Батыр егет Батыр ғына егет, һай, шул булыр — Яу килгәндә сығыр ялтырап.

Батыр ғына егет һөрән һалһа, Француздар торор ҡалтырап.

Булат ҡылыстары, ай, ялтырай, Уҡ-һаҙаҡҡайҙары шалтырай.

Батыр егет яуға сапҡан саҡта, Француздар дер-дер ҡалтырай.

Ҡулдарымда һөңгө, билдә ҡалта, Илем һаҡлап яуға сабам, ти. Дошмандарҙы еңеп илгә ҡайтһам, Байманымды шунда табам, ти.

4. Ыласын ҡош Саңҡ-саңҡ итә ыласын, ай, үткер ҡош, Ҡунған Ирәндектең башына.

Ыласын ҡош кеүек, һөрән һалып, Тора батыр яуҙың башында.

Алыҫ ҡына ерҙән күренеп ятҡан Ирәндеккәй тауҙың ташы икән. Тау-таштарҙы ярып яуға сапҡан Ир-егеттәр яуҙың башы икән.

Ала ғына ҡанат, аҡ яурынлы Ирәндеккәй тауҙың бөркөтө. Уҡ-Һаҙағын алып яуҙар саба Бөрйәндәрҙең батыр егете.

Ыласынҡай тигән, ай, аҫыл ҡош Ҡош ҡундырмаҫ ағас башына.

Батыр ғына егет, ай, шул булыр, Француздың етер башына.

124
Закрыть