Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 122.

Ағарыпта(у) ятҡан, һай, ҡар микән, Күгәреп тәү ятҡан тау микән.

«Француздың яуы ҡаты», — тиҙәр, Дуҫ-иштәрем иҫән-һау микән?

Ҡараһыуҙы буйлап, һай, беҙ киттек, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек теҙелеп, Тыуған ғына илде беҙ һаҡланыҡ, Ғәзиз йәнебеҙҙән төңөлөп.

Дағалатып атты, һай, беҙ мендек, Мәскәү генә юлы тау булһа.

Тыуған да ғына илгә беҙ ҡайтырбыҙ, Ғәзиз баштарыбыҙ һау булһа.

2 Борон Урал тауы буйҙарында бер ир менән бер ҡатын йәшә­ гән, ти. Улар яңы ғына өйләнешкән булғандар икән.

Бер саҡ был ерҙәргә лә француз яуы тураһында хәбәр килеп еткән, ти. Бөтә халыҡ, яуға китергә тип, уҡ-һаҙағын, ат-тунын әҙерләй башлаған, ти.

Батырҙарҙы оҙатыр саҡ килеп еткән. Шунда теге ир кеше ҡатынына былай тип йырлап ебәргән: Ирәмәлкәй өҫтө, һай, өс ҡайын, Береһен ҡырҡһам, икеһе ҡуш ҡала.

Оло ғына яуға мин киткәс тә, Йәнекәйем, ҡуйының буш ҡала.

Ҡ ат ы н ы : Һауаларҙа осҡан ҡарлуғастың Бергенәһе бәйле, береһе буш.

Бергә генә саҡта, ай, күңелем хуш — Айырылғастан, булыр күңелем буш.

һауаларҙа осҡан ҡарлуғастың Ҡанат осҡайҙары ҡара икән, Илкәйенә дошман баҫып инһә, Кем генә һуң өйҙә ҡала икән? — тип йырлаған да, атҡа менеп, ҡулына ҡорал алып, ире менән бергә француз яуына киткән, ти.

123
Закрыть