Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 120.

Һүҙҙе дауам итеп, Ҡаһымдың ғаиләһенә иғтибар итәйек. Уның 6 йәшлек Хәбибулла тигән улы етем ҡалған. Документта уның әсәһе күрһәтелмәгән. Ә был хәл инде Ҡаһымдың ҡатыны икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡан йә тыуған яҡтарына ҡайтып киткән тип фараз итергә мәжбүр итә. («Сәмәрҡәндтән килгән Сафия һылыу кире ҡайтыр микән иленә».) Артабанғы ревизия материалдарында ла Ҡаһымдың улы ха­ ҡында мәғлүмәттәр табып була. 1834 йылда Айыусы ауылында 24 йәшлек Хәбибулла Ҡасимов йәшәгән. Үҙенән тыш бында уның 19 йәшлек икенсе ҡатыны Гәүһәр Әбдрәшитова, беренсе- һенән 10 йәшлек улы Йәндоҙаҡ та бар. Тимәк, үкһеҙ етем ҡалған Хәбибулла 13 йәшендә әйләнергә мәжбүр булған. 1850 йылда шул уҡ ауылда 40 йәшлек Ҡаһым улы Хәбибулла йәшәүен дауам иткән. Йәндоҙағы әйләнеп, атаһы менән бергә йәшәгән. Гәү­ һәрҙән ике ҡыҙы булған.

Легендала яҙып алынған Ҡаһым түрә шәжәрәһенең һуңғы өлөшө ревизия мәғлүмәттәре менән тулыһынса тап килә: Ҡа­ һымдың улы Хәбибулла, ейәне Йәноҙаҡ (шәжәрәлә — Йәндо­ ҙаҡ. — Авт.) Ҡаһымдың атаһы Айыусы ауылында 6 — 7-се ревизия ҡағыҙ­ ҙарында күренмәй. Мырҙаш ауылында ун йорт булып, шуларҙың яртыһында йорт старшинаһы, поход старшинаһы, уның ярҙам­ сыһы, йөҙ башы һәм яҫауыл йәшәгән 9-сы йортта 1811 йылда 73 йәшлек Мырҙаш Туйсин ике ҡатыны (Емеш, Буранбикә) һәм Йомагилде (1 йәш), Хисаметдин (23 йәш) тигән улдары менән йәшәгән. Өлкән улы өйләнгән, уның да ҡатыны күрһәтелгән.

Үҙ түбәһе һәм олоҫонда Юрматы аҫабаларының ышаныс (поверенный) кешеһе булараҡ, Богоявлен заводында ер бүлгән­ дә һәм 1790 йыл Пашкованың Воскресен заводына ер һатҡанда, Мырҙаш Туйсин ҡатнашҡан. Был хәл уның абруйлы кеше булыуын раҫлай һәм шуға күрә Айыусынан айырылып сыҡҡан 10 аҫаба йортонан торған ауыл Мырҙаш исемен алған.

Мырҙаш Туйсин Ҡаһымдың атаһы була ла инде. Быны уның фамилияһы иҫбатлай. Тимәк, легенда биргән мәғлүмәткә төҙәтмә индереү кәрәк: Мырҙаштың атаһы Ҡаҙаҡбай түгел, ә Туйсы булған.

Шулай ҙа бер нәмә асыҡ: 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡат­ нашҡан 28 башҡорт полкының һәр береһендә командир вази­ фаһын рус офицерҙары башҡарған. Ә уларҙың ярҙамсылары башҡорттарҙан ҡуйылған. Фольклор һәм хатта рәсми ҡағыҙҙар­ ҙа ла улар командир тип атала. Бынан тыш, йөҙ башы (поручик), яҫауыл (капитан), войсковой старшина (майор) званиеһындағы башҡорттар полк старшинаһы итеп билдәләнгән һәм улар ҙа полк командиры йә түрә тип аталған.

121
Закрыть