Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 12.

ҡарамаҫтан, аванс һымаҡ, ошо өмөттәрҙе тулыһынса аҡланған­ дай итеп күҙ алдына килтергән дә шуны ла үҙенең ижадында сағылдырған. «Бабсаҡ менән Күҫәк» эпосының Сабирйән сәсән шиғырға һалған версияһы, мәҫәлән, шулай тамамлана: Был хикәйәт тамам булды ошо урьшда, Даим ырыуҙар ҡырылышҡан бик борон да.

Ниһайәт, Аҡ батшаға табиғ булғандан һуң, Баҫылыр булды ундай хәлдәр ил түрендә1.

Был бүлектә әйтелгәндәрҙән сығып, шундай һығымталар яһарға ғына ҡала. Башҡорттарҙың ер биләүгә традицион аҫаба­ лыҡ хоҡуғын, динен, йолаларын таныуын договор статусына эйә булған «жалованная грамоталар»ы менән раҫлағаны, шул договорлы мөнәсәбәттәргә хыянат итмәгәне өсөн Аҡ бей (иге­ лекле, изгелекле) батша тип атағандар ҙа инде бабаларыбыҙ Мәскәүҙең бөйөк кенәзе Иван IV. Әммә ул үҙе генә түгел, тотош Рюриковичтар династияһы ла тәхеттән китеп (Иван IV ошо динас­ тиянан була), шул йылы урынды 1613 йылда Романовтар дина­ стияһы эләктереүе була — батша, үҙе үк инициатива күрһәтеп, бейҙәребеҙгә үҙе тапшырған (бабайҙар әйтеүенсә, эт тиреһенә яҙылған) «жалованная грамоталар» менән нығытылған килешеү нормаларынан Рәсәй (Башҡортостан менән артабан да төҙөгән килешеүҙәрҙе (соглашение, договорҙарҙы, хатта, күҙ буяр өсөн генә яҙылған ҡушымталары менән бергә) һанламағаны, «клочок бумаги», тип тә атағаны кеүек үк) Үҙәк шул дәүерҙән алып сит­ ләшә башлай, уларҙы ҡыҫырға тотона, эске идара хаҡындағы вәғәҙәләр ҙә онотола. Башҡорттоң бихисап ихтилалдарына, асыл­ да, шулар сәбәпсе була ла инде. Тимәк, бығаса ул ихтилалдарҙы йә реакцион, йә милли-азатлыҡ хәрәкәте, тип баһалауға ҡара­ ғанда, договорлы мөнәсәбәттәрҙе боҙоуға ҡаршы күтәрелеш тип аңлатыу дөрөҫ булыр ине. Үҙҙәренә килгәндә, башҡорттарҙың «жалованная грамота»ларҙа күрһәтелгән бурыстарын еренә етке­ реп үтәүҙәре лә ихтилалдарҙың шулай баһаланыуын талап итә. Аҡ бей батша менән килешеү буйынса, бабаларыбыҙ үҙҙәренә алған шундай йөкләмәләрҙең береһе — ил һаҡлау бурысы була: улар урыҫ батшалығы алып барған бөтә яуҙарҙа ла ҡатнашырға риза була. Шул килешеүҙе яҙған ҡаурый ҡәләм, һәм ҡалдырған 1 Башҡорт халыҡ ижады (артабан: БХИ). Матер, һайлаусы, төҙ., аңлат­ малар бир. М. Сәғитов, Б. Байымов; Инеш мәҡ. авт. шулар уҡ һәм С. Галин; Яуаплы мөхәрр. Ә. Харисов, С. Галин. — Өфө: Китап, 1999. — IV том: Эпос. — 344-се б.

13
Закрыть