Легендаларҙың 1966 йылда үрҙә иҫкә алынған Айыусы ауы лында Ф. Рәхимғолова Ҡаҙаҡбаев Алтынбай Янғужа улынан (1879 йылда тыуған) яҙып алған бер вариантында Ҡаһым түрәнең тыуған ауылы, уның нәҫел-нәсәбе тураһында факттар бар. Шуларға иғтибар итәйек.
«...Ҡасандыр Мырҙаш һәм Айыусы ауылдары бергә булған, Айыусыла Моҡатай тигән ҡарт йәшәгән. Уның Тувай һәм Һат лыҡ тигән улдары булып, Тувайҙан — Мырҙаш, Мырҙаштан Ҡаһым тыуған. Шул уҡ ваҡытта информатор Ҡаһымдың Туй син фамилияһы менән йөрөгәнен шик аҫтына ҡуя. Уның һүҙе буйынса, Ҡаһым Туваев булырға тейеш, сөнки олатаһының атаһы Тувай булған. Легендала Ҡаһым түрәнең улы һәм ейәне тураһында ла мәғлүмәт бар. Ҡаһымдан — Хәбибулла, Хәбибулла- нан — Йәндоҙаҡ, Йәндоҙаҡтан Ғәлиулла һәм Вәлиулла тыуа, Ғәлиулланан Ғәйнулла, Хөснулла тыуған. Улар Ҡасимовтар фами лияһы менән йөрөй», — тип һүҙен тамамлай Алтынбай ҡарт.
Һәр береһе айырым йәшәргә хоҡуҡлы бай йөкмәткеле леген далар биргән мәғлүмәттәрҙең тарихи нигеҙлеген тикшереп ҡара йыҡ. Бының өсөн йән башын иҫәпкә алыу буйынса 1816 йылғы 7-се ревизия материалдарына күҙ һалайыҡ. Бер нисә легендала Ҡаһымдың тыуған ауылы Айыусы тип атала. Ул Юрматы оло- ҫоноң Аҙнай түбәһенә ингән. 1795 йылғы мәғлүмәт буйынса шул түбәгә ҡараған ауылдар араһында Айыусы ла (41 йорт) бар. Унда 120 ир-ат һәм 112 ҡатын-ҡыҙ һаналған.
1798 йылда башҡорттар хәрби сословиеға күсерелгәс, улар йәшәгән ер административ яҡтан кантондарға бүленгән. Стәр летамаҡ әйәҙендә 7-се башҡорт кантоны барлыҡҡа килә, ул бер нисә ауылды үҙ эсенә алған йорттарға бүленә. Бөтәһе 5 адми нистратив йорт булып, шуларҙың 24-сеһенә 11 ауыл рәтендә Айыусы ла ингән. Был ауылда 1834 йылда 54 (174 ир-ат һәм 180 ҡатын-ҡыҙ), 1850 йылда 51 (204 ир-ат һәм 213 ҡатын-ҡыҙ) йорт иҫәпләнгән.
7-се ревизия Айыусы ауылы буйынса 6-сы йорт-ғаиләлә Ҡасим Мырҙашевты теркәй. 1811 йылда уға 33 йәш була. Йөҙ башы дәрәжәһендә һуғышҡа киткән һәм 1813 йылда унда һәләк булған. Ҡаһым түрәнең яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары һәм алған наградаһы хаҡында тарихи материалдар әлегә беҙҙең ҡулда юҡ. Тик шуныһы асыҡ: Ватаны өсөн ҡаһармандарса һуғышҡан һәм шуның өсөн халыҡ күңелендә ул яҡты эҙ ҡал дырған.
Күренеүенсә, легенда һәм тарихи мәғлүмәттәр Ҡаһымдың йәшен бер үк итеп күрһәтмәй. Уның 1813 йылда һуғыш яланын да ятып ҡалыуы территориаль яҡтан сит-ят ерҙәргә тап килә.
120