Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 118.

хәҙерге Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуып үҫә. — Авт.) легендаһы һәм йыры халыҡта айырыуса киң таралған.

Үҙҙәренең 1812 йылғы һуғышта ҡатнашыуы менән башҡорт­ тар һәр саҡ ғорурланған, батырҙарының даны менән һоҡланған. Киң билдәле «Ҡолой кантон» йырында: Был империяны самаланым — Башҡортомдан батыр юҡ икән, — тип хаҡлы әйтелгән.

2. ҠАҺЫМ ТҮРӘ 1812 йылғы Ватан һуғышы халҡыбыҙ күңелендә тәрән эҙ ҡал­ дырған. Был хаҡта әле лә йыш йырланған «Эскадрон», «Байыҡ», «Любизар», «Кутузов» һәм башҡа патриотик йыр һәм марштар, легенда һәм риүәйәттәр һөйләй. Улар араһында «Ҡаһым түрә» йыры ла бар. Автор Ҡаһым түрәнең тарихи шәхес булыу-бул- мауын, уның тыуған яғын, нәҫел-нәсәбен асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Һүҙҙе Ҡаһым түрә тураһында киң таралған легендаларҙан башлайыҡ. Ҡурған, Силәбе әлкәләрендә, Башҡортостандың Уча­ лы, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ һәм башҡа райондарында ул легенда­ ларҙың төрлө варианттары яҙып алынған.

Ҡаһым түрәне күрше әлкәләрҙә Ҡасым, Стәрлетамаҡ яҡта­ рында Ҡаҫым тип йөрөткәндәр. Ташҡа баҫылған һәм БДУ, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының архивтарында һаҡланған легендаларҙың бөтәһендә лә Ҡаһым түрә 1812 йылғы Ватан һуғышында бер башҡорт полкының командиры итеп һүрәтләнә. Уларҙың береһендә Ҡаһым түрәнең Парижға тиклем барып ете­ үе билдәләнә. Хәрби хеҙмәттәре өсөн майор, полковник дәрә­ жәләренә лайыҡ булыуы тураһында хәбәр ителә. Йырҙың бер вариантында былай тиелә: «Көмөш кенә һаплы, ай еҙ ҡылыс, полковникҡай Ҡаһымдың билендә».

Легенданың 1965 йыл Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылы Кәримов Рамаҙандан (1910 йылда тыуған) М. Хәсәнов һәм Д. Ти- кеев яҙып алған вариантында Ҡаһым түрәнең Кутузовтан рәх­ мәттәр, ордендар алыуы хаҡында һөйләнелә.

Ә йыр тексы уның йәшен асыҡлай: «Егерме лә йәштә Ҡаһым түрә командаһын көнөнә биш урай».

Риүәйәттәрҙә Ҡаһым түрәнең фажиғәле үлеме тураһында ла мәғлүмәттәр килтерелә.

119
Закрыть