һәм янын бүләк итә. Башҡорттар килеп киткәндән һуң 11 йыл үткәс, Гете ошо ҡәҙерле бүләген оло һоҡланыу менән дуҫы Эккерманға күрһәткән. «Бына ул, — ти Гете мөйөштәге ҡәҙерле ҡоралдар араһынан уҡ-янды сығарып. — Күренеүенсә, ул миңә башҡорттоң ғәскәр башлығы бүләк иткән хәлдә һаҡлана».
«Башҡорттар ... Австрия һәм Германия ерҙәрен үтеп, Фран- цияға барып инәләр. Француздар башҡорттарҙы күреп, тырым- тырағай ҡасып бөтә, — тип дауам итә легенда1 (Бында автор «Ҡаһым түрә» риүәйәтенән өҙөк килтерә. — Ә. С.). Бер заман Парижға ла барып еткәндәр. Ни күҙҙәре менән күрһендәр, Париж ҡалаһы ҡоймалар менән уратылып алынған, ти. Наполе- ондың бөтә ғәскәре шунда инеп бикләнгән. Ҡойманың мылтыҡ ҡуйып ата торған тишектәре бар икән. Француздар шул тишек тәрҙән генә мылтыҡ менән атып яталар, ти. Шунан һуң Ҡаһым түрә: «Мылтыҡҡа — мылтыҡ», — тип рус ғәскәрҙәренең алға сығыуын һораған. Рус ғәскәрҙәре бер көн, бер төн мылтыҡтан атҡандар. Ә башҡорттар уҡтарын һауаға ата башлаған. Һауаға атылған уҡтар кире әйләнеп ҡойма артында боҫоп ултырған француздарға төшөп ҡаҙала икән. Француздар түҙә алмай, ҡой ма янынан ҡаса башлағандар».
«Башкиры порядком дивили парижан своими луками и стре лами: даже сам Вальтер Скотт, прославленный английский писатель, посетивший в те дни Париж, отдал им дань в своих путевых картинах», — тип яҙа яҙыусы Лев Никулин, шул йылдар шаһиттарының хәтирәләренә таянып.
Шағир Н. К. Батюшков та шул ваҡиғаларға ошондай юлдар арнаған: Бульвар кипел в Париже так Народа праздного толпами, Когда по нем летал с нагайкою казак Иль северный Амур С колчаном и стрелами...
Парижға тәүгеләрҙән булып аяҡ баҫҡан 1-се, 2-се, 5-се, 9-сы, 12-се, 13-сө, 14-се, 15-се башҡорт полктары һәм 2-се типтәр, 2-се мишәр, 8-се Ырымбур казактары полктары яугирҙары «За взя тие Парижа 19 марта 1814 года» тигән көмөш миҙал һәм ордендар 1 Иҫкәрмә. Тарихсы булараҡ, Ә. 3. Әсфәндиәров «легенда» менән «риүә- йәт»те XX быуаттың 70-се йылдарына тиклем башҡорт фольклор ғилемендә ҡабул ителгәнсә, «легенда» тип кенә алған.
117