ҡалмыҡ, Ырымбур, Урал казактары һәм күп кенә башҡорт полк тары Беннигсен етәкселек иткән һәм Польша менән Германия ерендә һуғышҡан «Польша» ғәскәрҙәре сафына инә.
Варшаваны азат итеүҙә 2-се башҡорт полкы ҡатнаша, ә Дан циг (Гданьск) ҡалаһын ҡамау һәм штурмлауҙа 8-се башҡорт, 2-се типтәр, ҡалмыҡ һәм Ырымбур казак полктары ҡатнаша. Шунда Изге Анна ордены менән бүләкләнгәндәр араһында Хөсә йен Күсәрбаев, Иҡсан Әбүбәкиров (икеһе лә икенсе тапҡыр.— Авт.), Ирназар Дәүләтсурин, Байбулат Торсонбаев, Иҫәнғол Ишҡужиндар була. Ә Ырымбур полкынан 14 яугирға хәрби орден тапшырыла.
1-се башҡорт полкы Берлин эргәһендәге һуғыштарҙа һәм уны алыуҙа ҡатнаша. 4-се башҡорт һәм 2-се мишәр полктары Глогау ҡәлғәһен ҡамап тота... 1-се, 4-се, 5-се, 9-сы һәм 14-се баш ҡорт полктары Лейпциг эргәһендәге «Халыҡтар һуғышында» ҡатнаша. Наполеон генералы Марбо, уҡты бик мәргән һәм оҫта атҡандары өсөн, үҙҙәре үк «амурҙар» тип атаған башҡорт яугир ҙары хаҡында тәьҫораттарын яҙып ҡалдыра: «Улар беҙҙең ғәс кәрҙе һәр саҡ һағалап ҡына торалар. Саҡ ҡына уңайы сығыу менән, һағыҙаҡ күсе кеүек ябырылалар. Ә уларҙы ҡыуып етеүе бик ҡыйын». Рус ғәскәрҙәренең батырлығы хөрмәтенә Лейпциг эргәһендәге һуғыш булған урында һәйкәл ҡуйылған. Унда баш ҡорт полктарының номерҙары ла яҙылған. Был һуғышта ла күп кенә башҡорттар ордендарға лайыҡ була. Улар араһында 9-сы полктың ғәскәр старшинаһы Ҡотлогилде Ишемғолов, 14-се полк яугирҙары Насир Абдуллин, Абдулла Сурағолов һәм башҡалар. 7-се башҡорт полкы бүтән ғәскәри подразделениелар менән бер гә Дрезденды ҡамай һәм штурм менән ала. 1847 йылда Василий Зефиров яҙып алған «Йәнтүрә хикәйәте»ндә Дрезден эргәһендәге һуғыш һүрәтләнә. Унда Йәнтүрә үҙенең ҡатыны менән бергә була (Сәсән Мөхәмәтша Буранғолов уның исеме Аҫылбикә бул ғанын иҫбатлай. — Авт.)... Ҡыйыулығы өсөн Аҫылбикәгә рус ғәскәре командованиеһы тарафынан хәрби миҙал тапшырыла. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының 1813—1814 йылдарҙағы походта ҡатнашыуы хаҡында яугир ҡатыны йырлаған «Ирәмәле» йырын да асыҡ әйтелә: «Илкәйенә дошман баҫып инһә, Кем генә һуң өйҙә ҡала икән? — тип йырлаған да, атҡа менеп, ҡулына ҡорал алып, ире менән бергә француз яуына киткән», — ти.
Башҡорттар һәм казактар Гамбург, Эрфурт, Веймар һәм Майндағы Франкфурт ҡалаларынан француздарҙы ҡыуырға ярҙам итә.
1814 йылда Германияла киң билдәле яҙыусы-ғалим Гете менән осрашҡанда, башҡорт отряды башлығы уға үҙенең уҡ 116