тәржемә иттергән. Шул осор ул бөйөк Иран шағиры Хафиз Ширази шиғырҙарының немецсаға тәржемәһен уҡыған булған. Тап ошо мәлдә башҡорттарҙың Европаға килеүе Веймарға шәреҡтең тап үҙе килеү кеүек күренгән. Башҡорттарҙың бер юғары дәрәжәләге офицеры була. Уны принц тип йөрөткәндәр. Ихтимал, сығышы менән ул боронғо хан нәҫеленәндер. Улар Веймар гимназияһында намаҙ уҡыған, бәлки, ул байрам намаҙы булғандыр. Быны Гете лә күргән, һуңыраҡ башҡорттарҙың етәк сеһе менән осрашҡан. Башҡорттар театрға ла барған. Гете уларҙы бында ла тәбрикләгән, ә башҡорттар шағирға уҡ-һаҙаҡ һәҙиә иткән. Был уҡ-һаҙаҡты Гете иҫтәлек итеп һәр ваҡыт өйөндә тотҡан, хатта 75 йәшкә етеп ҡартайғас та шул уҡ-һаҙаҡты алып, баҡсаһында атып ирмәк иткән, һәр хәлдә, башҡорттарҙың был сәфәре шағирҙа шәреҡҡә ҡарата тәрән бер ҡыҙыҡһыныу уята. Шағирҙың кәтибе һәм фекерҙәше Кеммерман ошо хаҡта яҙып ҡалдырған.
Парижда башҡорт ғәскәрҙәре күп батырлыҡ күрһәтә, һәм Рәсәйҙең баш командующийы йөҙәрләгән башҡорт офицер һәм һалдаттарына «Парижды алған өсөн» тип яҙылған миҙалдар тап шыра. Француз шағир һәм яҙыусылары, бәғзе рәссамдар әҫәрҙәр ижад иткән кеүек үк, башҡорттар үҙҙәре лә был поход хаҡында иҫтәлектәр һаҡлаған. Шул иҫәптән башҡорт ғәскәре имамы Яҡ шығол Ейәнсура улының Муса тархан Көсөк улына 1812 йылда Парижда яҙған шиғри юлдары ҡалған: Аһ, дерига бизни илибизден джуда ҡылыдң фелек, Айланыб, баш, кайт, дейүб һәр көндә йеэз миң гам йемек.
Биз тевеккүл әйләдүк, байты Худайға тапшырыб, Не ажеб яр болса биҙге һефт-и асмандин менек.
(«Ах!» — тип уфтандырыр өсөн, Илдән айырҙың, тәҡдир.
Һәр көн йөҙ мең ғәм йотабыҙ, Ҡайтһын, тип, баш илгә бер.
Беҙ тәүәккәл ҡылдыҡ, башты Бер Хоҙайға тапшырып.
Ғәжәп түгел, фәрештәләр Ҡуйһалар юлдаш булып. — Ә. Ю.; Ә. С.) Ул заманда башҡорт һәм ҡаҙаҡтарҙа сығатай әҙәби телендә яҙылған был юлдар ғәскәр имамының яҡшы шағир булыуы, сы ғатай теленең боронғо классик формаһын һәйбәт белеүен һәм уға үҙ туған башҡорт теленән һүҙҙәр ҡушып йәнләндереп ебәре- үен күрһәтә. Әлбиттә, Муса тархан да — ошоноң ише шиғырҙар 114