1798 йылда ул мәжбүри форма алды. Мылтыҡ йәиһә башҡа утлы ҡорал бирелмәне, уҡ-һаҙаҡ ҡына рөхсәт ителде. Хәрби кейемдәре хандар заманындағы кейем булды. Ҡалпаҡтары, әле Әүлиә Челеби сәйәхәтнамәһендә графин рәүешле ҡалпаҡ тип тасуирланған, ситтәре өс ерҙән теленеп, өҫкә бөкләнгән бүрек, өҫтәрендә ҡулдан нағышлап сигелгән кафтан булған. Был кейем бик матур була, бөгөн дә уларҙы рус хәрби тарихи музейҙарын да осратырға мөмкин. Башҡорт ғәскәрҙәре көнсығышта ҡаҙаҡ- ҡырғыҙ хандары ерҙәренең сиге буйында һаҡта торҙо. Тиле(?) Петрҙан алдағы батшалар мосолман ҡәүемдәренә ҡарата Алтын Урҙа дәүере ҡанундарын һәм ғәҙәттәрен ҡуллана килгәндәр. Тик ҡайһы бер атамаларҙы рус һүҙенә алыштырғандар. Башҡорт ғәскәрҙәрен ҡаҙаҡ ханлыҡтарының көнсығышына сик һаҡлауға тәғәйенләүҙәре лә боронғо тәртипкә ярашлы. Сөнки XV быуат уртаһында ҡаҙаҡ хандары (Тоҡайтгмер улдары) Шейбан нәҫеле Әбелхәйер хандан айырылған ваҡытта башҡорттар был ханлыҡ тың көнсығышында сик һаҡлаған, беренсе ҡаҙаҡ хандары Әхмәт һәм Гәрәй хандар ғына башҡорттарҙы Ҡаҙағстандың көнсығы шынан көнбайышҡа, ватандарына ҡайтарған. Рус батшалары башҡорт ғәскәренең боронғо хандар заманындағы кейемдәрен ҡанунлаштырып, шул ҡиәфәттә Рәсәйҙең көнбайыш виләйәт тәренә, хатта Европа илдәренә ебәрҙе.
Берлин ваҡиғаларында ҡатнашҡан башҡорт ғәскәрҙәре ха ҡында алда һүҙ булғайны. Артабан 1802 йылда ла 5500 кешенән торған башҡорт ғәскәре Европаға ебәрелә. 1812—1813 йылдарҙа Наполеонға ҡаршы һуғыштарҙа рус ғәскәре составында 20 полк тан, 60 бүлектән (эскадрон) торған башҡорт ғәскәре була. Бер- линдағы кеүек үк, бында ла улар милли кейем кейеп, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланғайны. Улар Германияла Лейпциг, Веймар, Ган новер, Францияла Шатобриан һәм Париж һуғыштарында ҙур батырлыҡ күрһәтте.
Ғәжәйеп милли кейемдә башҡорт ғәскәре француздарҙың диҡҡәтен йәлеп иткән. Уҡ-Һаҙаҡтары боронғо һундарҙы хәтер ләткән. Немец, француз шағирҙары һәм яҙыусылары уларҙы тасуирлап яҙған, шул замандағы мәжмүғә һәм гәзиттәрҙә рәсем дәре баҫылған. Веймарҙа башҡорттарҙы бөйөк немец шағиры Гете күргән, һәм был осрашыу философ шағирҙың шәреҡҡә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Шағирға шул-ваҡытта Испа- ниянан Веймарға әйләнеп ҡайтҡан немец хәрбиҙәре Ҡөрьәндең бер өлгөһөн алып килгәндәр. Бик матур каллиграфия менән яҙылған был Ҡөрьән һүҙҙәренең яҙылышын шағир оҡшатҡан һәм аңлайышһыҙ телдә булыуына ҡарамаҫтан, ошо каллигра фия яҙыуына оҡшатып, күсертеп рәсемен эшләткән, немецсаға 113