Ҡушымта Әхмәтзәки Вәлиди Туған РӘСӘЙ ДӘҮЛӘТЕНДӘ1 БАШҠОРТ ҒӘСКӘРЕ2 Рустар үҙ ирке менән теләп килгән башҡорттарҙан ғәскәр ойоштороуҙы бик иртә башлай. «Ете йыллыҡ һуғыш» заманында, йәғни 1756—1763 йылдарҙа, 15 мең кешенән торған 12 башҡорт полкы, генерал Апраксин етәкселегендә һуғышта ҡатнашып, Берлинға инде. Шул мәлдә башҡорт ғәскәрҙәренең берлиндарҙы ҡурҡыуға һалыуы хаҡындағы мәғлүмәт әҙәби сығанаҡтарҙан күренә.
Кенигсберг янындағы Эгерсдорф — Гросс эргәһендә булған ҙур һуғышта башҡорттар егетлек күрһәтә. Рустарҙың Одерҙағы Франкфурт янында Куннерсдорфта граф Салтыков етәкселе гендә пруссактар өҫтөнән ҡаҙанған ҙур еңеүендә лә башҡорттар батырлыҡ күрһәткән һәм киләһе 1760 йылда генерал Чернышев ваҡытлыса Берлинды баҫып алғанда, башҡорт полктары ҡалаға беренсе булып инеүселәр сафында булған.
Мәхәлләләрҙә һәм сиркәүҙәрҙә тәртип һаҡлауға башҡорт ғәскәре ҡуйыла. Немецтарҙың береһе рус офицерынан: — Быларҙы нишләп уҡ менән ҡоралландырҙығыҙ? — тип һорағас, .рус: — Улар әле генә өйрәтелгән йыртҡыстар (только что дрес сированные звери). Мылтыҡ бирһәк, һеҙҙе шунда уҡ үлтерә башларҙар, — тип яуап биргән.
Башҡорттарҙан айырым ғәскәри төркөмдәр тәүҙә йә үҙ ирке менән килгән, йәиһә көсләп «һалдатҡа» алынғандарҙан ойош торолған. 1798 йылдан башлап 17 — 45 йәштәрҙәге бөтә аҫаба баш ҡорттар хәрби хеҙмәттә иҫәпләнде. Уларҙан иррегуляр ғәскәри төркөмдәр ойошторолдо. Был эш 1782 йылда уҡ башланғайны.
1 Төп нөсхәлә был һүҙ хөрмәт тип бирелгән.
2 Вәлиди Ә. Башҡорттар тарихы / Төрөксәнән Әмир Юлдашбаев тәр жемәһе. — Өфө, 2005. — 173—176-сы бб.
112