Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 110.

Элиста ҡалаһында ҡалмыҡ яугирҙарына һәйкәл итеп ике ғибә­ ҙәтхана төҙөлгән. Бөгөн ситтән килеүсе туристарҙы, иң беренсе сиратта, ошо ике күркәм ҡомартҡы менән таныштыралар. Ҡал­ мыҡ полктары тураһындағы тарих шулай йәшәй1. Башҡортостан йәштәре лә ата-бабалары рухына тоғро ҡалып, республикабыҙ ҡалаларында һәйкәлдәр ҡойҙорор, тигән өмөттә ҡалам»2. Амин! Шулай була күрһен!

2011 йыл, 2 —10 апрель, 19 — 21 август, Өфө 1 Уралына борон-борондан ереккән башҡорттарҙан айырмалы рәүештә, монгол нәҫеленең бөгөнгө республикаһында тарихтың да, фольклорҙың да үтә ныҡ хөрмәт ителеүе һоҡландыра ла, көнләштерә лә. Бер «Жангар» эпосы ғына ла унда ана нисек пропагандалана. Ул төрки-монгол телле халыҡтарҙың эпостарын тәржемә итеүҙә теше төшкән Семен Липкинды, гравюра һәм живопись оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Владимир Фаворскийҙы йәлеп итеп, донъя стандарттарына тура килмәле томдар сығарыу тиһеңме, ул эпостың геройы һәм башҡа персонаждары образдарын монументтарҙа, живописта һынландырыу тиһеңме, ул тегендә лә, бында ла уларҙың исем­ дәрен мәңгеләштереү тиһеңме — барыһы ла ғәмәлгә ашырыла. Ә инде, беҙ­ ҙең республикала, асылда, был тәңгәлдә сүп башы ла ҡайырылмай. Әйтерһең, беҙҙең тарихыбыҙ ҙа юҡ, донъяны шаулатмалы «Урал батыр» ҡобайыры һәм ата-бабаларыбыҙ ижад иткән бүтән эпостар ҙа, оҙон көйлө йырҙар ҙа гүйә беҙҙеке түгел. Сит-ят ерҙән килгән кеше аптырамалы, ғәмһеҙлектән сигенә сыҡҡан үҙебеҙ иһә ятып иламалы, килер быуындар шул ғәмһеҙлегебеҙ өсөн үпкәләмәле хәл бит был.

2 Башҡорт яугирҙары тураһында ситтәр белә, беҙҙә белмәйҙәр / Әҙер­ ләүсеһе Илгиз Ишбулатов / / Киске Өфө . — 2011. — № 35.

111
Закрыть