Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 11.

1. Рустың данлыҡлы кенәзе Святослав һәм башҡорттарҙың асыҡ забрало менән яуға барғаны Тарих бәйән иткәнсә, Рус кенәзлектәрен монгол-татар иҙеүе 1243 йылдан 1480 йылғаса, йәғни Мәскәү кенәзе Иван III Василь­ евич асҡан яу рустарға еңеү килтергәнсе, дауам итә. Ярославлде, Новгородты, Тверҙы, Вятканы, Пермды һ. б. ҡушыу менән, ошо кенәз заманында ғына Үҙәкләштерелгән Рус дәүләтенә нигеҙ ташы һалына. Нигеҙ ташы ғына! Уныһы ла ҡылыс, ҡамсы ярҙа­ мында, әлбиттә. Шуға күрә рустар үҙҙәре үк һәм ҡайһы бер башҡа ҡәүемдәр Грозный тип лаҡап-исем таҡҡан, башҡорттар иһә оло хөрмәт йөҙөнән Аҡ бей батша тип нарыҡлаған Иван IV тәхет ҡабул иткәндә, ул нигеҙ нығытылып етмәгән була. Шулай булғас, уның стенаһы, иҙәне, түшәме, ҡыйығы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға күрә ул дәүер хаҡында һүҙ алып барғанда, «Үҙәкләштерелгән Рәсәй дәүләте» тип ауыҙ тултырып әйтеү (ә тарихсыларыбыҙ, үҙ-ара ярышҡандай, тап шулай итә) — не- былица-көлдөрөк «логикаһы»на таяныу менән бер. Ә ул небыли- ца-көлдөрөк буйынса, әле тыумаған улан ағасы ҡырҡылмаған, бураһы буралмаған йорттоң ҡыйығына менеп, тыумаған ҡуян балаһын аулай: атып, тейгеҙә алмай, төкөрөүе була — ҡуян бала­ һы тәкмәсеп барып ята... «Үтә йомарт» бер килендең: «Иләнмә­ гән, һуғылмаған — ҡайным, һиңә бер ыштан», — тип, бүләк әйткәне лә хәҙер көллө ғаләмгә мәғлүм.

Тарихи Башҡортостандың төп өлөшө (төп өлөшө, сөнки Урал аръяғы Себер ханы ҡулы аҫтында була), асылда, Бөйөк Мәскәү дәүләте менән паритет нигеҙендә берләшә. Ни өсөн паритет нигеҙендә, сөнки биләмәһе, халҡының һаны буйынса Тарихи Башҡортостан Мәскәү дәүләтенән һис тә ҡалышмаған. Ошо аҙымға барып, бабаларыбыҙ ырыу-ара ыҙғыштар баҫылырына, ҡаҙаҡ менән барымталашып, ҡарымталашып тороуҙар бөтөрө­ нә өмөт иткән. Хатта, варварлыҡ дәүеренә хас йола хоҡуғы хөкөмөнөң был формаһы аҙаҡ та оҙаҡ дәүерҙәр дауам итеүенә 12
Закрыть