А. О. Орловский (рус), бер туған Кристоф, Корнелиус һәм Питер Зоттар (немецтар) һ. б. рәссамдар ҙа үҙҙәренең художестволы әҫәрҙәрендә, мемуарҙарында, эпистоляр ҡомартҡыларында ысын ватансыларға ғына хас батырлыҡ өлгөләре күрһәткән ата-баба ларыбыҙға һоҡланыуҙарын мәңгеләштергәндәр. Мәғлүмдер ки, был изге эш батша ғали йәнәптәре яғынан хуплау табыр булған. Әммә Фазыл Туйкиндың «Ватан ҡаһармандары» пьесаһын, Яны бай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романын, Фәйзи Ғәскәров һалған шундай уҡ исемдәге бейеүҙе, Ишмулла Дилмөхәмәтов либреттоһына Заһир Исмәғилев ижад иткән «Ҡаһым түрә» опе раһын, шул ҡаһарманыбыҙ иҫтәлегенә Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында ҡуйылған стеланы иҫәпкә алмағанда, был традиция, асылда, туҡтап ҡалды. Әллә беҙҙең ижад әһелдәренә 1945 йылда ВКП(б) Үҙәк комитеты ҡабул иткән «Башҡортостан партия ойошмаһында агитация-пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында» тигән яманатлы ҡарарҙа Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһы (уның тәүге варианты буйынса был яҙыусының авторҙашы Ғәлимов Сәләм була), «етди идеологик хаталар ебәреүҙә» ғәйепләнеп, мораль яҡтан тар-мар ителеүе үҙ көсөндә ҡала, тип белеп, сәйәси вә идеологик яҡтан үтә «уяулыҡ» күрһәтеү, дөрөҫөрәге, Антон Чеховтың геройы кеүек, «как бы чего не вышло» принцибы буйынса эш итеүсәнлек ҡамасаулаймы, белмәҫһең. Ниңә хөкүмәткә ошо тәңгәлдә ини циативаны үҙ ҡулына алып, 1812—1814 йылдарҙағы һуғыштағы Оло еңеүгә башҡорттар һәм, ғөмүмән, Башҡортостан халыҡта рының да тырышлығы менән өлгәшелеүен сағылдырған һынлы һәм кино сәнғәте әҫәрҙәренә конкурс артынан конкурстар үт кәрмәҫкә. Ошо урында, ирекһеҙҙән, Калугала йәшәгән һәм ошо ваҡиғалар хаҡында китаптар яҙған яҡташыбыҙ Салауат Әсфә- түллиндың һүҙҙәре хәтергә килә. 2011 йылдың йәйендә Смо ленск өлкәһендәге Валутино һәм Лубино ауылдары эргәһендә Беренсе Ватан һуғышы эпизодтарын тарихи реконструкциялау фестивале ваҡытында ул эске бер әсенеү менән шулай тигән: «1812 йылғы Ватан һуғышында егерменән ашыу башҡорт полкы ҡатнашҡан һәм бөгөн республикала ошо полктарға арналған бер генә һәйкәл дә булмауы башҡа һыймаған хәл.
һуғышҡа яңы ғына үҫмерлектән сыҡҡан йәш-елкенсәктән алып ир уртаһына еткән ғаилә башлыҡтары алынған. Уларҙың күбеһе, үкенескә күрә, был ҡанлы һуғыштарҙа башын һалған. Бөгөнгө йәштәр батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгел.
Ҡалмыҡ халҡы был һуғышҡа ике (генә! — Ә. С.) полк биргән, иллә-мәгәр ике полк исемен дә мәңгеләштереү хәстәрен күргән: 110
һуғышҡа яңы ғына үҫмерлектән сыҡҡан йәш-елкенсәктән алып ир уртаһына еткән ғаилә башлыҡтары алынған. Уларҙың күбеһе, үкенескә күрә, был ҡанлы һуғыштарҙа башын һалған. Бөгөнгө йәштәр батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгел.
Ҡалмыҡ халҡы был һуғышҡа ике (генә! — Ә. С.) полк биргән, иллә-мәгәр ике полк исемен дә мәңгеләштереү хәстәрен күргән: 110